

Был мәртәбәле сараға беҙҙе лә саҡырҙылар. Абруйлы ҡунаҡтар исемлегендә Әмир Биктимеров – ҡала Советы депутаты, «Диңгеҙ туғанлығы» ойошмаһы рәйесе, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар – Фиби (Эльвира), Шах (Артур) булдылар. Лицей уҡыусылары, билдәле, һынатманы, Раян Араптанов абзыйҙары етәкселегендә шулай итеп йырлап үттеләр, 9 майға Ҡыҙыл майҙандағы парадҡа ошонан туп-тура ебәрергә була. Уҡыу йорто директоры Венер Сабанчин пилотһыҙ оса торған аппараттар кабинетын, полигонды күрһәтте, бер юлы Кәрим Ғөбәйҙуллиндың (атаҡлы тренер) спорт залын байҡап сыҡтыҡ. барыһы ла быларға хайран ҡалды.
Төп йомғаҡлау һүҙен Фиби әйтте:
- Балаларығыҙ бик шәп, дәртле, уларҙың өҫтөндә гел бөгөнгөләй зәңгәр һауа булһын.
Парад аҙағында Рәсүл Ғамзатовтың данлыҡлы йыры яңғыраны:
Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.
Уҡыусылар араһында, әлбиттә, барыһының да олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, өләсәләре тылда яфа сиккән. Әлеге ҡәһәрле һуғыш еле лә ҡайһы берҙәренә ҡағылған – РПЛИ-ла уҡыған 9 баланың атаһы МХО-ла һәләк булған. Иркеһеҙҙән, күҙҙәр күккә төбәлде: әле улар, һауалар буйлап, осоп китеп бармаймы икән?