

Бөгөн райондың Абдул менән Яҡшымбәт мәктәптәрендә иҫтәлелкле көн булды. Советтар Союзы геройҙары Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы Арыҫланов менән Хәсән Нәзир улы Ғайсин исемдәрен йөрөткән белем усаҡтарында уларға таҡтаташтар асылды. Иҫтәлекле сараға район хакиммиәте башлығы Лира Тереғолова, геройҙарҙың яҡындары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тормош иптәштәре, туғандары һәм башҡалар килгәйне.
- Еңеү байрамына ҙур бүләк булды был тарихи көн. Мемориаль таҡтаташ асыуҙа финанс ярҙам күрһәткән район Советы депутаты Саркисян Артур Павловичҡа, уның ярҙамсыһы Куприянов Евгений Валерьевичҡа, идея илһамландырыусыһы булған район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнис Мансур улы Рахманғоловҡа ҙур рәхмәт...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫылды.