Байрамдар
8 Мая , 02:26

Ихласлыҡ

Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге прогимназияның икенсе корпусында (йә, Хоҙай, был балалар баҡсаһының исеме «Азамат» ине лә, кемдең башына килгән уны, ошолайтып, тел һындырырлыҡ итеп, үҙгәртеү?) кисә Еңеү байрамын билдәләнеләр.

ИхласлыҡИхласлыҡ
Ихласлыҡ

Баҡсала тәрбиәләнгән сабыйҙарҙың тамашаһы шул тиклем эскерһеҙ, ихлас булды  - үҙҙәре һөйләгәнгә үҙҙәре мөҡиббән ышаналар, бәләкәстәр тиеп ҡара уларға, шартлап торалар:

- Стой лаз-два. Налево, лаз-два; В одну шеленгу становись, лаз-два-тли. 

Барса тамашасы, ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар: ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, беҙ – йылмая биреп ҡараныҡ барыһын, балаларҙың үткерлеге, эскерһеҙлеге әсир итте. Һәр артистың, залдағыларҙың фекере бер: илдә тыныслыҡ булһын, һуғыштар туҡтаһын, атайҙар, абзыйҙар ерле юҡҡа үлмәһен. Зал тигәнебеҙ үтә тынсыу булды, әйткәндәй, аптырағас, тәҙрәне астылар, унан һалҡынса ел, рәхәт итеп, иҫте, танауҙарға яҙ еҫе бәрелде - муйылдар сәскә ата.

Кеше донъяға ошо матурлыҡты күрергә, үҙе лә, ҡулынан килгәнсә, ерҙе матурларға, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға тип тыуа, кем-кем, бынау балалар уны яҡшы аңлай:

С Днем Победы поздлавляю!
Мила всей стлане желаю,
Неба ясного, добла,
Быть едиными всегда!

Автор:
Читайте нас