

Уҡыусылар һәм уҡытыусылары тарихи көндө яҡынайтыусы яҡындарының фоторәсемдәрен ғорур күтәреп “Үлемһеҙ полк”та үттеләр. Сараны алып барыусылар барлыҡ йыйылған ҡунаҡтарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы сәләмләнеләр. Гимназия директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Бөйөк Еңеүҙең ҡорбандарын иҫкә алып бер минут тынлыҡ иғлан итте. Шайморатовсылар класы Еңеүҙең нисек мөһим булыуы, ветерандарыбыҙҙы онотмай мәңге иҫтә тотоу мөһим икәнен әйтеп үтте. Сара уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡарыуында “Еңеү” йыры менән тамамланды. Бындай саралар бик мөһим, үҫеп килгән быуындарыбыҙҙа ветерандарыбыҙға, тыл ветерандарына оло хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү.