Байрамдар
11 Мая , 04:43

Йәшәү йәме – хеҙмәттә

ХХ быуат ваҡиғаларының шаһиттары көндән-көн аҙая бара. Шуға күрә һуғыш ветераны, тыл хеҙмәтсәне, һуғыш йылы балалары менән осрашып, һөйләшеп алыу – үҙе бер ғүмер. Күмертау ҡалаһында ғүмер итеүсе, апрель айында 96 йәшен тулырған Бакаев Ғәзизйән Әмирйән улы менән беҙ тағы һөйләшеп алдыҡ.

Йәшәү йәме – хеҙмәттәЙәшәү йәме – хеҙмәттә
Йәшәү йәме – хеҙмәттә

Ғәзизйән бабай 1930 йылда Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында ишле ябай крәҫтиән ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы оло йәштә булыу сәбәпле һуғышҡа алынмаған. Әмирйән бабай 1945 йылға тиклем Ермолаево шахтаһында күмер сығарыуҙа эшләй. 1924 йылғы оло ағаһы Таһир Курск янында барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған. Ғәзизйән бабай, икенсе бер ағаһы, апаһы һуғыш башланғас та ололар менән бер рәттән колхоз эшендә, ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләгәндәр. «Эш ауыр булһа ла, туйғансы ашамаһаҡ та, өҫтөбөҙҙә йүнле кейем булмаһа ла, зарламаныҡ, тырыштыҡ. Фронтҡа тылдан ярҙам кәрәк икәнен аңлай инек. Тиҙерәк дошманды еңеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ», - ти ул.
Һуғыш бөткәс, тәүҙә ул колхозда эшләй. Ә 18 йәше тулыр тулмаҫтан ФЗО-ға уҡырға ебәргәндәр. Шунда уҡыған егеттәр Яҡшымбәт, Бабалар, Таймаҫ, Мораптал, Тимербай ауылдарынан булған. 1948 йылдың 21 мартында уларҙы Йыраҡ Көнсығышҡа тауар поезды менән ебәргәндәр. Бабай тишек-тошоҡ вагондарҙа нисек итеп бик оҙаҡ барғандарын, һыуыҡта өшөп-ҡалтырап, аслы-туҡлы булыуҙарын, эсергә һыу ҙа булмауын ентекләп һөйләп бирҙе. Уларҙы Артём тигән ҡала янындағы шахтала эшләргә алып килгәндәр. Мунса төшөп, ашханала тамаҡ туйҙырып, яҡшы кейем алғас, барактарға урынлаштырғандар.
«1 апрель көнө беренсе тапҡыр шахтаға төштөк. 120 метр тәрәнлектә, беренсе горизонт була инде. Эш бик ауыр, кәйлә, көрәк менән эшләйбеҙ. Шахтанан сыҡҡас, яҡтылыҡҡа күҙҙәр ҡамаша, тын алып туйып булмай. Йәш саҡ бит, бер беребеҙгә ҡарап көлөшәбеҙ, ҡап-ҡара булғанбыҙ», - тип һөйләй Ғәзизйән бабай. 30 апрель төнгө сменала эшләгәндә, шахта емерелә. Улар, биш кеше ер аҫтында ҡалған, өс егет һәләк булған, ә Ғәзизйән бабай һәм тағы бер егет иҫән ҡалғандар. Ул дауаханала ғына аңына килә. «Уң яҡ аяғымдың янбашы иҙелгән икән. Ауыртыуға сыҙап булмай. Киләләр ҙә укол һалалар, киләләр ҙә укол һалалар. Аяғыңды киҫәбеҙ, киҫмәһәк – үләһең, тиҙәр. Мин аяғыма ике ҡуллап йәбештем дә, урыҫсалап ҡысҡырам: не дам, не дам! Аллаһ поможет, тип. Табип туп-тура күҙемә ҡараны ла: Ну-ну, лежи, посмотрим, кто поможет, - тине лә, ҡул һелтәп сығып киттеләр. Шулай ҡуҙғалмай өс ай яттым. Врач-фронтовик ҡатын-ҡыҙ ине, бер аяғына аҡһап йөрөй ине, бик яҡшы ҡараны, аяғыма баҫтырҙы», - тип рәхмәттәр уҡый табиптарға.
Яңынан аяҡҡа баҫҡас, II төркөм инвалидность биргәндәр. Хәле яҡшырғас юлға, ул ваҡыттағы аҡса менән, 1300 һум биреп, тиҙ ярҙам машинаһы менән вокзалға алып барып, поездға билет алып, оҙатып ҡуйғандар. «ФЗО хеҙмәтем менә шулай тамамланды. Ярай әле иҫән ҡалғанмым. Аллаһ Тәғәлә бар, мин унан ялбарып иҫән-һау ауылыма ҡайтыуымды һораным», - тип һөйләне Ғәзизйән бабай.
Ауылда биш йыл эшләгәндән һуң, 1953 йылда, армияға алына. Аптырап, ә инвалидность, тиһәм. «Мин унан баш тарттым. Егет кеше өсөн армияла хеҙмәт итмәү элек бик оят ине», - тип яуап бирҙе. Ул Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт иткәндә шофер һәм машиналар двигателен ремонтлау һөнәрен үҙләштерә. Армиянан һуң да шул һөнәре буйынса Күмертауҙа башта АТК-7, һуңынан горгазда эшләп пенсияға сыға.
Ғәзизйән бабай һөйләгәндә көнөн, айын, йылын, исем-фамилияларҙы ентекләп әйтеп һөйләй...

Мәҙинә НИҒМӘТУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас