Байрамдар
17 Мая , 08:08

“Папа! Папа!...” тип йөрәкте өҙҙөрҙө

Зәк-Ишмәттә Еңеү көнө матур һәм тулҡынландырғыс үтте. Һәр ваҡыттағыса, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, данлы һуғыш юлы үткән яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Аҙаҡ, байрам менән ҡотлап, Зәк-Ишмәт ауылы биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов, ауылыбыҙ ветерандары Советы рәйесе Барый Әбсәләмов, “Батырлыҡ” эҙләү отряды етәксеһе Салауат Сатыбаевтар сығыш яһаны. Байрамға район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Руслан Әминев тә килгәйне

“Папа! Папа!...” тип йөрәкте өҙҙөрҙө“Папа! Папа!...” тип йөрәкте өҙҙөрҙө
“Папа! Папа!...” тип йөрәкте өҙҙөрҙө

Руслан Хөрмәт улы. МХО-ла булған Илдарыбыҙҙың әсәһе Рәмзиә Әҙеһәмова ла тиҙерәк һуғыштар бөтөүен теләп һөйләне. Байрам булғас концерт номерҙары ла әҙерләнек. Мәләүездән Малик тигән малай килгәйне ауылыбыҙға ҡунаҡҡа. Садикка йөрөгән ошо бала “Папа! Папа!...” тип йөрәкте өҙҙөрөп, 15 куплетлы шиғырҙы шул хәтлем эмоциональ һөйләне, мин хатта илай-илай тыңланым, башҡалар ҙа илағандарҙыр...

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас