Байрамдар
25 Мая , 08:16

Уҡыу бөткәс, уйнарға ярай

РПЛИ-ла бөгөн ҙур байрам булды.

Уҡыу бөткәс, уйнарға ярайУҡыу бөткәс, уйнарға ярай
Уҡыу бөткәс, уйнарға ярай

Унда Һабантуй гөрләне.
Сараның тантаналы өлөшөндә РПЛИ директоры Сабанчин Венер Ришат улы һәм уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Зөбәйерова Эльвира Рәмил ҡыҙы уҡыу алдынғыларын, спорт, мәҙәниәт өлкәһендә, мәктәп тормошонда үәҙем ҡатнашып, уңыштар яулаған уҡыусыларҙы билдәләп үттеләр. Улар, һәр ваҡыттағыса, байтаҡтар. Афариндар! Аҙаҡ уйындар башланды, егет һәм ҡыҙҙар төрлө майҙансыҡтарға таралып, ярыштарҙа көс һынаштылар. Йәмле сарала лицейҙың 5-се класс уҡыусылары йәрминкә лә ойошторған. Балалар әүҙемдәр, дәртлеләр, шаяндар. Байрам булғас йыр – моң да яңғырап торҙо майҙансыҡта.
Балаларҙың шатлыҡлы тауыштары әллә ҡайҙарға яңғырап торҙо, уларҙың тормошонда бындай күңелле мәлдәре күберәк булһын ине...

Автор:
Читайте нас