Байрамдар
28 Мая , 02:17

Пограничник яҙмалары

Заставала ҡайһы ваҡыт төрлө ҡатмарлы хәлдәр булып ала.

Пограничник яҙмаларыПограничник яҙмалары
Пограничник яҙмалары
"Биҙгәк"

Заставала ҡайһы ваҡыт төрлө ҡатмарлы хәлдәр булып ала. Пограничниктарҙың береһе эсе ауыртып, температураһы күтәрелеп, ныҡ ҡына ауырып китте. Заставаның фельдшеры булараҡ мин уны тиҙ арала айырым бүлмәгә һалып, кәрәкле дарыуҙар бирҙем. Температураһы төшөүен төштө, ләкин эсенең ауыртыуы шул килеш ҡалды. Был ауырыу мине ниндәйҙер аңлашылып етмәгән уйға һалды. Сөнки, ул беҙ күнеккән ғәҙәти инфекцияға оҡшамаған ине.
Иртәнсәк дежурствоға сығыу менән тағы ике пограничник шул уҡ симптомдар менән килде. Уларҙан ентекләп һораша башланым: ҡайҙа барғандар, нимә ашағандар,эскәндәр. Ни тиклем күберәк мәғлүмәт алһам, шул тиклем шигем бының "биҙгәк" булыуына арта барҙы.
Мин шунда уҡ был турала застава буйынса яуаплы, шул ваҡытта санчасҡа килеп ингән өлкән лейтенант Васильевҡа хәбәр иттем. Уға "биҙгәк" тең нимә икәнен аңлаттым. Комендатураға хәбәр итергә һәм тиҙ арала ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға кәрәклеге тураһында әйттем.
Тиҙ ярҙам машинаһы менән ауырыуҙарҙы больницаның инфекция бүлегенә алып киттеләр. Кискә табан, минең диагнозым раҫланды, эйе был "биҙгәк" ине.
Йоғошло ауырыуҙың сәбәбе ябай ғына булған. Бер көн алдан заставаның старшинаһы, был өсәүҙе аҙыҡ-түлек складына тәртип урынлаштырырға алып барған. Шул ваҡытта улар, ҡоро емеште тәмләп ҡарағандар. Был турала ентекләп һорашҡанда әйтеп һалдылар. Бынан һуң тиҙ арала бөтә заставала дезенфекция үткәрҙек. "Алыҫ көнсығыш скарлатинаға оҡшаш биҙгәге" тураһында лекция уҡыуым бик тә урынлы булды.
Ваҡытында үткәрелгән сара арҡаһында башҡа пограничниктарҙы был ауырыу ситләтеп үтте. Бер-нисә аҙнанан өсөһө лә кире ҡайтып артабан хеҙмәт итә башланылар.

Суднолағы пожар

Йылы һәм елһеҙ сентябрь кисе. Дүрт сәғәтлек хеҙмәтем аҙағына яҡынлашты. Был минең "балдаға", йәғни күҙәтеү манараһына беренсе тапҡыр сығыуым ине. Ҡараңғы төшә башланы. Яңылыштан судноларҙы үткәреп ебәрмәҫ өсөн мин ныҡ иғтибар менән ҙур бинокль аша "Татар боғаҙы" акваторияһын күҙәтәм.
Смена тамамланыуға ҡырҡ минут тирәһе ҡалғас, мине диңгеҙҙәге ут йәлеп итте. Быларҙың барыһы ла ярҙан ун- ун ике миль тирәһе алыҫлыҡта ине. Биноклдән ҙурайтып ҡарағас унда ут ҡапҡан судно икәне асыҡланды. Шунда уҡ мин был турала заставалағы дежурныйға кординаталарын билдәләп хәбәр иттем. Тиҙҙән бының нейтраль һыуҙағы сит ил судноһы икәне асыҡланды. Янып киткән йөк ташыусыны яҡындағы кораблдәр тиҙ арала килеп етеп һүндереп алдылар.
Посты техник күҙәтеүселәргә тапшырып, Газ 66 -сының кузовына һикереп мендем дә, заставаға юлландыҡ. Минең күҙәтеү пунктындағы беренсе көнөм бына шулай ваҡиғалар менән тамамланды.

Эт һәм май һыланған икмәк

Йыйнаҡ һәм таҙа итеп йыйыштырылаған заставаның ихатаһына май айының йылы һәм ҡояшлы көнө үҙенсәлекле йәнлелек бирә. Ваҡыт көн үҙәгенә яҡынлаша. Күпселек пограничниктар төнгө хеҙмәттән һуң ял итә.Заставала дежурный, замполит, повар һәм урамдағы һаҡсы Паша ғына ине.
Аш-һыу бүлмәһенең асыҡ тәҙрәһенән тәмле борщ еҫе килә. Төшкө аш әҙерләнә. Әллә тәмле еҫтән, әллә ысынлап та асыҡҡанлыҡтан Павелдың ныҡ ашағыһы килеп китте. Ул кухняның асыҡ тәҙрәһенә килеп, ашнаҡсы Женянан икмәккә май һылап биреүен һораны. Ризыҡты ҡулына алыуы булды, бәләкәй ҡапҡаның асылғаны ишетелде. Әйләнеп ҡарауға унан өлкән лейтенанттың хатыны һәм уларҙың немец овчаркаһының инеп килеүе күренде. Ул икмәген тиҙ генә артына йәшерҙе һәм һаулыҡ һорашты. Шул ваҡыт уның эргәһендә йүгереп йөрөгән эт Павелдың артына килеп уның май һыланған икмәген ҡабып, ҡыуанысынан ҡойроғон болғап йүгереп ҡасып китте. Ләкин Павел юғалып ҡалманы: Мин эттәрҙе бик яратам, шуның өсөн әҙерләп ҡуйған инем тине. Күп йылдар пограничниктар араһында йәшәгән ҡатын барыһында аңлап алды һәм береһенә ҡарашып көлөп ебәрҙеләр.

Көтөлмәгән "бәлә"

Иртәнге сәғәт алтыла Юранан дежурствоны ҡабул итеп, журналдарҙы тултырып ултырам. Ниңәлер ул ваҡытта итекте кейергә йыбанып тик еңел аяҡ кейеме менән генә инем. Кителдең төймәләре эләктерелмәгән, штык-нож ҡайыш менән өҫтәлдә ята. Бығаса булмағанса тыштағы һаҡсылар, Тулҡын менән Дим эскә инеп картуф бе
шерергә тип һоранылар. Оҙаҡ уйлап тормай уларҙы үткәреп ебәрҙем. Тиҙ генә таҙартып, ҡура ла башланылар, тәмле еҫ бөтә заставаға таралды.
Бөтә ерҙә тыныс, бер ниндәйҙә "бәлә" булыры һиҙелмәйҙә ине. Ләкин, улай булмай сыҡты. Күптә үтмәне замполит килеп инде. Баҡтиһәң ул иртә менән комендатураға барырға йыйынған икән, ә мин ул турала бөтөнләйгә белмәгән инем. Шулай уҡ, төймәләр ҡаптырылмаған, итектәр кейелмәгән, ҡайыш тағылмаған килеш ултыра инем. Һикереп тороп доклад яһай башланым, мине тыңлап та тормаҫтан: -Ҡайҙа һаҡсылар? тип һораны. Уның тауышын ишетеп ҡалған теге икәү уҡтай атылып тышҡа сығып киттеләр.
Замполит үҙ сиратында застава начальнигына доклад яһаны. Сәғәт һигеҙ тулыуға капитан килде һәм мине дежурствонан алды. Беҙҙе "ҡаты" яза көтә ине, уның турала тик уға тарығандар ғына белә. Беҙ өсәүләп ары ни булырын көтә башланыҡ. Капитан беҙҙе саҡырып алды, әрләшмәйенсә генә нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлатып бирҙе. Быға тиклем "ғәйеплеләрҙең" ниндәй эш башҡарғанын күргәнем бар ине. Китеп тә өлгөрмәнем, застава начальнигы мине кире саҡыртып алды. Күңелле тауыш менән: Һинең бәхетең бар икән, хәҙер мәктәптән өлкән класс уҡыусылары килә, уларҙы атыу урынына алып барырға һәм атыу буйынса дәрес үткәрергә кәрәк тине. Автомат һәм патрондар алып атыу урынына йүнәлдек. Бына шулай итеп мин уҡыусылар арҡаһында "язанан" ҡотолоп ҡалдым. Башҡаса ул-был хәлгә тарыманым, ҡалған бер йылды яҡшы ҡына хеҙмәт итеп, тыуған яҡҡа ҡайттым.

Особист

Сираттағы дежурство. Ваҡ-төйәк эштәрҙе тиҙ генә тамамлап, күрше заставаға беҙҙең территориянан үтеп барыусы траулер тураһында мәғлүмәтте тапшыра башланым. Шул ваҡытта ябығыраҡ, уртасанан оҙонораҡ кәүҙәле ҡупшы кейенгән майор килеп инде. Мин уға тәртип буйынса доклад яһаным. Ул үҙе менән таныштырып: хәүефһеҙлек бүлегенән, майор Гаврилов, тине.
Документтарҙы ҡарағас, ҡорал бүлмәһен асыуҙы һораны. Барлыҡ ҡорал, патрондарҙы тикшерҙе, сигнал пистолеты торған бүлектә туҡталып, журнал буйынса барлап сыҡҡас, буш патрон урынын күрһәтеп -Ҡайҙа "ҡыҙылы"?, тип һораны. Уға, минән алдағы дежурныйҙың яҙыуын күрһәтеп, нимә өсөн ҡулланылғанын аңлатып бирҙем. Башҡа бер ниндәйҙә етешһеҙлек тапмайынса, застава начальнигы менән һөйләшкәндән һуң кире комендатураға ҡайтып китте.
Ә хәл былай килеп сыға. Телефон буйынса бәйләнеш өҙөлгән, ә рация боҙолған була. Күҙәтеү пунктында хеҙмәт алып барған Андрей сиктәге ҡатмарлы хәлде белгертер өсөн ҡыҙыл сигнал менән ҡулланырға хәл итә. Хәүефһеҙлек хеҙмәткәренә был нисек барып етеүе сер булып ҡалды. Бер хәл бының сәбәбен асыҡлыҡ индергән кеүек. Бер ваҡыт юл ыңғайында тәмәке алыр өсөн магазинға инеп сыҡҡайным, был турала застава начальнигы иртәгәһенә белә ине. Шулай итеп поселокта уныңда "үҙ" кешеләре булғандыр күрәһең.

Эксклюзив тәмләткес

Заставалағы хеҙмәт бик үҙенсәлекле һәм күп яҡлы булып китә. Мин, мәҫәлән бер ваҡытта ла аш-һыу оҫтаһы булып китермен тип уйламағайным. Барыһы ла былай башланып китте. Төп ашнаҡсы Олегты ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яҡтарына ҡайтарырға булдылар. Һәм ҡышҡы кистәрҙең береһендә минең янға килеп, үҙенең урынына ҡалырға тәҡдим итте. Әҙерәк уйлағас, мин риза булдым. Сөнки яҡшы яҡтары күп ине. Заставала бөтәһе ун бишләп пограничник, күбеһе төнгө хеҙмәттә булғас иртәнге ашты әҙерләү кәрәкмәй. Бер-нисә көн уның менән берлектә өйрәнеү үткәс, мин үҙем генә бешерә башланым. Тәүге мәлдә ҡыҙыҡ хәлдәрҙә булып алды. Мәҫәлән, вермишелде күп итеп һалып, артығынан сусҡаларға бирергә тура килде. Башҡа ваҡытта ла ҡалған аҙыҡты уларға бирә инек. Шулай әкренләп яңы профессияны үҙләштерә башланым. Яҡшы ғына килеп сыға кеүек. Хатта бер ваҡыт үҙем яратҡан май икмәк бешереп тә ашаттым, бик оҡшаттылар.
Әммә минең повар эпопеяһы артығынан тыш һуҙыла башланы. Олег күптән заставаға ҡайтһа ла мине кире службаға ҡайтарырға ашыҡманылар. Көндәр шул тиклем тиҙ үтәләр, яҙ еткәне һиҙелмәйҙә ҡалды. Ҡар иреп бөттө, үләндәр йәшәрә башланылар. Яҙ еҫе, ҡоштарҙың ҡыуаныслы һайрауы, асыҡ тәҙрәнән яңғыраған "Любэ" төркөмөнөң йыра күңелгә айырыуса дәрт өҫтәй.
Заставаның ишек алдындағы б
аҡсала төрлө йәшелсә-емеш, тәмләткес үләндәр үҫтерәләр ине. Мин уларҙы әлбиттә аш бешергәндә күпләп ҡуллана торғайным, берәүҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәйенсә ихлас ашайҙар.
Бер көн Олег үҙ вазифаһына ҡайтты, ә мин хеҙмәтемде дауам иттем. Иртәгәһенә үк "балдаға" йәғни күҙәтеү пунктына ебәрҙеләр. Ул диңгеҙҙең бейек ярында урынлашҡан, "Татар боғаҙы"ның акваторияһы ус төбөндәгеләй асыҡ күренә.
Матур тәбиғәтте, диңгеҙҙе күҙәтеп хеҙмәт урынына яҡынлаштым. Шул ваҡыт минең иғтибарымды укропҡа оҡшаған таныш үҫемлек йәлеп итте. Уларҙың бар ерҙәлә үҫеүенән минең аптырауымдың сиге булманы. Асыҡланыуынса, бер ай дауамында хеҙмәттәштәремде һыйлаған аш тәмләткес, ҡәҙимге ҡырағай үлән булып сыҡты.

Хәмит Карамалинский
Автор:
Читайте нас