Байрамдар
1 Июня , 05:58

Бала бағыу

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы

Бала бағыуБала бағыу
Бала бағыу

Бала бағыу!
Күкрәгеңә ҡыҫаһың да
Яратаһың, һөйәһең.
Шул ваҡытта сабыйыңдың
Яҡынлығын һиҙәһең.
Әйтелә татлы һүҙҙәр:
“Алмам” йәки “алтыным”.
Ошо әйтелгән һүҙҙән дә
Ҡәҙерлеһен тапмайһың.
Әсәй кеше үҙе белә
Нисек бала ҡәҙерле,
Алтын, байлыҡ та кәрәкмәй
Ошо һүҙ дөрөҫ түгелме?
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге
“Әсәй” була белгәндә,
Үҙең дә ышанып етмәйһең
Ул йылмайып көлгәндә.
Бишек йырын йырлайһың да
Төрлө уйҙа булаһың.
Тормош юлын уйлайһың да
Теләк теләп, доға ҡылаһың.
Әсәй моңо бала өсөн
Дауаларҙан һаналған,
Матур, моңло доғалар
Өләсәйҙәрҙән ҡалған.
Күп ваҡытта ошо доға
Ауырыуҙан ҡотҡарған,
Ошо Ҡөръән доғалары
Балаларҙың ғүмерен һаҡлаған.
Кеше тыуһын доға менән
Доға менән оҙатабыҙ,
Был әйткәндәр бик дөрөҫ
Әйткән ата-бабабыҙ.

ДНК
“Бишектәге бала бишкә төрләнә”
Борондан килгән әйтем,
Бәлки дөрөҫ булғандыр
Балалар ҡалмаған йәтим.
Һәр кем тыуған балаһын
Үҙе ҡарап үҫтергән,
Ас та, яланғас та булған
Шулай ҙа йәтим үҫмәгән.
Хәҙер берәй шик тыуһа
ДНК тип йөгөрәләр,
Дөрөҫөн табыр өсөн
Күпме аҡса түгәләр.
Күп ваҡытта тикшереү
Дөрөҫ итеп күрһәтмәй,
Үҙ балаһын үҙе танымай
Был ниндәй ата-әсәй?
Бала өсөн бигерәк ҡыйын хәл
Ярылһынмы уртаға?
Тапһа ла үҙ ата-әсәһен
Ышанмай ул ысынға.
Күңелендә ҡала шикләнеү,
Тоймай һөйөү наҙҙарын.
Күңелендәге булған төйөндө
Йыуып, юнып булмауын.
Балаҡайын ҡулыңа алғас
Ҡара уның күҙенә,
Ялғышлыҡтар булмаһын
Ҡайтһын үҙенең өйөнә.

Бала – бәғер киҫәге
Бала була әсәйҙәрҙең бәғере
Күптәр быны аңламай,
Әсә хисе булған “Әсә”
Үҙ балаһын ташламай.
Ҡарап хайран ҡалаһың
Ҡайҙа икән дөрөҫлөк,
Күп ваҡытта күрһәтәләр
Төрлө-төрлө вәхшилек.
Ташлай тапҡын балаһын,
Аҙаҡ уны эҙләй башлай.
Оят, намыҫ тигәндәре
Уның йөҙҙәрен ҡаплай.
Сабыйыңды ҡалдырғанда
Аҡылың ҡайҙа булған?
“Әсәй” тигән гүзәл исем
“Ҡара һауытҡа” тулған.
Ағартырға шул һауытты
Яңынан тыуыу кәрәк.
Күҙ алдына килтер әле
Нисек түҙәр һинең йөрәк?
Ғәфү итерме һуң “балаң”
Уйла әле һин аҡылың менән.
Күптәр мәхрүм ошо бәхеттән
Хоҙай бит һиңә биргән...
Ошо биргән хазинаны
Һаҡла “кешем” юғалтма,
Юғалтырһың, таба алмаҫһың
Хөкөм итер бер Алла!

Автор:
Читайте нас