

Ҡорбан байрамы яңыраҡ ҡына булды, ошо уңайҙан Венер Хәмитов һарыҡ һуйған булған, бөтөн һарыҡты таратып, ашап бөтмәгән. Балаларға тип 9 килоһын ҡалдырған. Ысынлап та, бөтөн башҡарған ғәмәлдәребеҙ бары улар өсөн, бала бәхетле икән, тимәк, беҙ ҙә бәхетһеҙ түгел.
Яңы Морапталға күрше-тирә яҡтан да бала-саға килеп тулған, төрлө уйын уйнағандар, кино ҡарағандар – «Ҡазанға сәйәхәт», балалар үҙҙәре Көйөргәҙе районында ултырған, ә күңелдәре Татарстан мәркәзендә йөрөгән.
Былау ашағандар. Баяға һарыҡ итенән. Баллалар, бәләкәй тиһәң дә, күпте белә, аңлай, Венер абзыларына, ошо байрамға бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Йәзилә Рәүеф ҡыҙы Аҙнабаеваға, Лилиә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаеваға апаларына ҙур рәхмәт әйткәндәр.