Байрамдар
12 Июня , 05:49

«Рəсəй – ул мозаика»

30 апрелдән 20 майға тиклем беҙҙең “Беренсе хәрәкәт” активистары М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ның 8-се класс уҡыусылары (Шайморатов класы) Самира Әлмөхәмәтова һәм Карина Яҡупова Сукко ҡалаһында (Анапа) «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә “Демократик мәҙәниәт мәктәбе»ндә белем биреү программаһында ҡатнашты.

«Рəсəй – ул мозаика»«Рəсəй – ул мозаика»
«Рəсəй – ул мозаика»

Карина Яҡупова:

-“Был сменала беҙ демократия, халыҡтар ҡунаҡсыллығы, хеҙмәттәшлек тураһында күп мәғлүмәттәр белдек, бик күп викториналар һәм тестар эшләнек. Миңә бәхәстәр һәм спикерҙарҙың төрлө сығыштары бик оҡшаны. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы белем биреү дәрестәре булды, унда беҙгә үҙидара, ҡануниәт һәм нисек бизнес төҙөү тураһында һөйләнеләр. Минең иҫтә уйылып ҡалғаны 9 майҙа уҙғарылған Еңеү Парады. Унда лагерҙағы барлыҡ балалар “Үлемһеҙ полк” менән үҙәктең территорияһынан Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының портреттары менән үткәндәре. “Смена” миңә күп тәжрибә, мөмкинселектәр һәм белем бирҙе!” Ошо матур һәм әһәмиәтле сәфәрҙе ойоштороусыларға М.Ғ. Рәхимов исмендәге 3-сө һанлы БРГИ директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәноваға һәм бар яҡлап та ярҙам иткән атай-әсәйҙәремә ҙур рәхмәт. Шулай уҡ “Башҡортостан пионерҙары” төбәк балалар йәмәғәте ойошмаһы рәйесе Антонова Ирина Николаевнаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Самира Әлмөхәмәтова:

- «Арт - ул мөхәббәт буйынса». Миңә «Смена» ВДЦ-һында 6/26 сменаһы бик оҡшаны. Тик йылы, сағыу хәтирәләр генә ҡалды, уларҙы һүҙ менән генә еткереп булмай! Бай белем биреү программаһы, унда мин күп яңы һәм файҙалы нимәләр белдем, спорт әүҙемлеге, киске ижади саралар, отряд бер бөтөн булып киткән берлектәге ярыштар. Ҡара диңгеҙ буйындағы иң матур ҡояш байыуы, ғаилә булып киткән кешеләр - «Смена»ның иң төп хазинаһы. Отрядым минең өсөн ысын ғаиләгә әйләнде. Беҙ илдең төрлө мөйөштәренән йыйылғанбыҙ, барыбыҙ ҙа төрлө-төрлө, әммә был өс аҙна эсендә бер бөтөн булып киттек. Беҙ бергәләп төндә ижади номерҙарға әҙерләнеп йоҡламаныҡ, спорт старттарында бер-беребеҙгә ярҙам иттек, киске уттарҙа серҙәребеҙҙе уртаҡлаштыҡ һәм күңелдәребеҙ булғансы көлдөк. Вожатыйҙарға уларҙың хәстәрлеге һәм ярҙамы өсөн айырым рәхмәт. Уларға сабырлыҡтары һәм беҙгә ышаныуҙары өсөн рәхмәт. Улар булмаһа был смена бөтөнләй икенсе төрлө булыр ине. ВДЦ «Смена» - ул тағы ла кире әйләнеп ҡайтаһы килгән урын.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә кисә баҫылды.

Автор:
Читайте нас