

Был бик мөһим дата түгел тип уйласылар барҙыр, әммә ләкин һис кенә лә улай түгел.
Китапханалар бөгөнгө көндә шау- гөр килеп торған яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын.
Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға 1995 йылдың 27 майында ҡул ҡуйыла.
Китапхана, китапханасы - был һүҙгә бик күп мәғәнәләр һалынған!
8 июндә Көйөргәҙе үҙәк китапханаһында, бик фәһемле, үҙенсәлекле сара үтте, "Урал батыр" эпосына арналған, бик эстәлекле мәртәбәле итеп, ошо изге ҡомартҡының йыллығын үткәрҙе үҙәк китапхана.
Беҙгә лә ошо сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Ошо саранан һуң уйланып, ошо тәҫорттарым менән һеҙҙең менән уртаҡлашаырға булдым.
Балалар, тәрбиәсе апалар иртә таңдан китапханала инеләр. Балаларҙың лагерга йөрөгән сағы, бик эстәлекле сарала ҡатнашыуҙары үҙе үк бик мөһим, бик күпте белделәр улар.
Эпостың эстәлеген бик яҡшы итеп аңлатып бирҙеләр китапханала эшләгән хеҙмәткәрҙәр балаларға, һорауҙарға яуаптар ҙа бик күңелле барҙы, һиҙелеп тора был сарала ҡатнашҡан балалар ошо эпос тураһында бик күпте белергә теләгәндәре.
Өс телдә уҡылып күрһәтелде эпос, башҡорт, русс, сыуаш телдәрендә.
Шуныһы ҡыуаныслы өс телдә уҡылғанда ла, балалар ҙур иғтибар менән тыңланылар.
Урал батыр эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәттә шул хәҙәрем оҫта итеп төшөрөлгән, ысын "Урал батыр" һынын күрҙек тиһәк тә була.
Боронғо халыҡ ижадынан төҙөлгән пазл һүрәттәр йыйыу, кем тиҙерәк, кем зиһенлерәк шулар еңеүсе булды.
Иң ҡыҙығы һүрәттәр буяу булды, яратҡан персонажыңа йән өрөү ине, был эште лә бик ихлас күңелдән башҡарып, бүләккә һүрәттәр алдылар.
Был сара балаларҙы яҡындан тарих менән танышырға, тыуған яҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнергә, тыуған телдең байлығын, бар халыҡтың дуҫлығын берҙәмлелектә йәшәүен күрһәтте.
Һәр бер эшен еренә еткереп эшләгән китап яратҡан дуҫтарыбыҙ эшләй бында үҙәк китапханала, директор вазифаһын башҡарыусы Татьяна Николаевна, эшенә мөккибән киткән, тырыш, бик аҡыллы, етәксе ул.
Әле был яңы зданияға күсеүләре яңыраҡ ҡына булһала бик төплө итеп тырышып эшләп, юғары уңыштарға өлгәшәләр.
Һәр бер үткән саралар бик юғары кимәлдә үтәләр.
"Йәшлек" мәҙәниәт йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр.
Мәҙәниәт етәксеһе Ләйсән Ғәйнулловна ла әҙәби сараларҙа бик йыш, әүҙем ҡатнашыусы.
Үтеп киткән һөнәри байрамығыҙ менән коллегаларым! Күңелегеҙҙә ижад шишмәгеҙ һайыкмаһын, илһамлы хеҙмәт ҡомарығыҙ һүрелмәһен!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.