

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, Рәсәйҙең Көйөргәҙе районы буйынса Эске эштәр министрлығы бүлеге, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 11-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе, йәмәғәт ойошмалары алда торған бурыстарҙы уңышлы үтәне һәм байрамға ҙур өлөш индерҙе.
Байрам кәйефе тыуҙырған мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр ижади коллективтар, спортсылар, йәштәр, мәғариф учреждениелары һәм балалар беҙгә ҙур байрам бүләк итте.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙың яуаплылығы һәм үҙ-ара аңлашыуы, шулай уҡ район халҡының әүҙем булышлығы арҡаһында байрам уңышлы үтте.
Һабантуй район эшсәндәренең һоҡланғыс эшләй һәм лайыҡлы ял итә белеүен сираттағы тапҡыр иҫбатланы, район халҡының һәм ҡунаҡтарының күңелендә тик ыңғай хистәр генә ҡалдырып, милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты күрһәтте.
„Һабантуй“ байрамын үткәреүҙә ярҙам иткән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, финанс именлеге һәм сәскә атыу теләйбеҙ!