Байрамдар
25 Июня , 11:02

Зонтик кәрәк булманы

Яманһарыла Тураевтар нәҫеленең байрамы булды.

Зонтик кәрәк булманыЗонтик кәрәк булманы
Зонтик кәрәк булманы

Ҡыҫҡа итеп әйткәндә, Шәжәрә байрамы. Был сараға бармай ҡалыу гонаһ, әммә бер әтнәкәһе килеп сыҡты - бензин самалы. Өйгән ерен өйөп төшөп, бик ҡыумай ғына булһа ла барырғамы әллә? Эштәгеләр киҫәтте: ҡара уны, юлда, яғыулығың бөтөп, ултырһаңмы! Зонтик ал, тышта ҡоя ғына (Күмертауҙа яуа ине), юл сатында торһаң, кәрәк булыр.

...Тураевтар - Яманһарылағы данлыҡлы нәҫел, ил буйлап таралған балалар, бөтәһе лә ҡайта алмаһа ла, байтағы тыуған ауылына ҡайтҡан. Клуб янында ҡаҙанда бер төрлө генә түгел, бер нисә төрлө аш-һыу бешә, ишек алдында - күргәҙмә. Барыһы ла иҫпай кейенгән, йөҙҙәр көләс, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайынан артистар ҙа килгән - еткәс, барыһы еренә етһен, кемдеке -Тураевтарҙыҡы тиһендәр! 

Был хаҡта мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас