

Мәңгелек ҡиммәткә мөрәжәғәт иткән- Ғаилә. Бөгөн был ауылда ҙур байрам, брендлы сараны үткәреү сираты уларға барып төртөлдө. Көн томра, шулай ҙа юҡ юҡта, кешене йәлләп, һалҡынса ел иҫеп ҡуя. Бахмутта, клуб алдында күп кенә күргәҙмәләр ҡуйғандар, килгән ҡунаҡтар (башлыҡ, мәҙәниәт түрәләре үҙҙәре юҡ, Бөрө ҡалаһына киттеләр) - эштәр идарасыһы Айгөл Глущенко (ошо ауыл килене), финанстар буйныса урынбаҫар Резеда Рахманғоловалар килгән, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, ҡайһы бер ауыл башлыҡтары. Күп кенә ғаиләләргә Маҡтау ҡағыҙҙары бирҙеләр, әйткәндәй, барыһы ла Бахмут ауылыныҡы түгелдәр, Яманһарылар ҙа байтаҡ ҡына, был ауылда, үҙҙәренекенән тыш, аҫрауға бала алып үҫтергәндәр күп кенә.
Был брендлы байрамдар хаҡында тулыраҡ барыһы лы гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.