Байрамдар
12 Июля , 03:49

Гөлдəр – ауылдың тере бəйлəнеше

Гөлдәр Ғөбәйҙуллина Зәк-Ишмәт ауылының почта хеҙмәткәре.

Гөлдəр – ауылдың тере бəйлəнешеГөлдəр – ауылдың тере бəйлəнеше
Гөлдəр – ауылдың тере бəйлəнеше

Был вазифаға яңыраҡ ҡына килеүенә ҡарамаҫтан, ауыл халҡы уны бик тырыш, уңған, булдыҡлы, яуаплы кеше булараҡ белә. Почтальон эше еңел түгел, гәзит, квитанциялар, заказлы хаттар таратып, ҙур ауылды урап сығырға кәрәк. Ә ауылда төп халыҡ – ололар. Уларҙың һәр береһенә Гөлдәр гәзит, квитанция ташыусы ғына түгел, ә хәбәрсе, сөнки улар уның менән һөйләшеп ауыл яңылыҡтары, ҡыуаныстары, ҡайғылары менән дә уртаҡлашып өлгөрә. Улар өсөн Гөлдәр ауылдың тере бәйләнеше. - Донья булғас төрлө көндәр була. Ҡайһы ваҡытта почта ваҡытында килмәй ҡала, йә машина эштән сыға, юлдар, һауа торошо ла боҙолоп китеүе ихтимал. Шул ваҡытта халыҡ аҙыраҡ борсолоп ала инде, түләүҙәр һуңлай һәм башҡаһы тип. Эштең мөһимлеген аңлап, һәр ваҡыт квитанцияларҙы, гәзит, журналдарҙы ваҡытында алып барым тапшырырға тырышам. Минең иң ҙур ярҙамсыларым – балаларым. Улым Нияз мәктәптән ҡайтҡас, тиҙ генә почтаны таратып килә - ти Гөлдәр үҙе. Бөгөнгө көндә Гөлдәр Ғөбәйҙуллина Зәк-Ишмәт ауылының иң кәрәкле кешеһе, аҙнаһына өс кенә көн эшләһә лә бик мөһим бит уның вазифаһы. Ябай ғына, ифрат мөһим эштәрҙән тора донъя, ә ошондай кешеләрҙән - Ил тора.

Автор:
Читайте нас