

Ауылға тәүге булып урынлашыусының исеме бирелгән, уның улы Әйүп Ҡунаҡбаев булған. 1795 йылда 13 ихатала — 108 кеше, 1866 йылда 48 ихатала 389 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда ауылда һыу тирмәне лә эшләгән.
Кеше һаны: 1900 йылда — 438 кеше, 1920 йылда — 441, 1939 йылда — 204, 1959 йылда — 322, 1989 йылда — 208, 2002 йылда — 172, 2010 йылда 108 кеше тәшкил иткән.
Ниңә был мәғлүмәттәрҙе ҡапыл ғына иҫкә төшөрөргә булдыҡ? Район буйлап әле һәр ауылда тиерлек байрамдар үтә (брендлы саралар тиҙәр уны, бының өсөн Р. Хәбиров хатта беҙҙе маҡтап ташланы). Ҡунаҡбай был брендлы саралар үткәргән ауылдар исемлегендә юҡ. Әммә байрам буласаҡ – сентбярь айында, ауыл тураһында китап сыҡҡас, бөтәһе лә был байрамға әҙерләнеп бөткәс.
Әйткәндәй, Ҡунаҡбайҙың икенсе исеме лә бар: Даңғыр. Ниңә улай тип атағандар, был хаҡта яңы китапты уҡығас, көҙ сыуағында, ҡунаҡбайҙарҙың байрамын күргәс, белербеҙ.