Байрамдар
25 Июля , 07:38

Йәшә, шишмә, йәшә!

Был утарҙа ҡасандыр 500-ҙән артыҡ кеше йәшәгән тип кем әйтер?

Йәшә, шишмә, йәшә!Йәшә, шишмә, йәшә!
Йәшә, шишмә, йәшә!

Дедово утары, ҡыҙғаныс, ер йөҙөнән юҡҡа сығып барған ауылдар исемлеген тулыландырырға тора. Был утарҙы, әгәр был яҡтарҙа йәшәмәһә, кеше белмәй ҙә тиергә була. Яҡшымбәт тарафтарына барғандар мотлаҡ Дедовоның шишмәһен күрер, түҙмәй, туҡтар, татлы, һалҡын һыуын эсер.

Бөгөн тап ошо утарҙа, тап ошо шишмә буйында ҙур байрам – “Тыуған яҡтың шишмәләре” тип атала ул. Ермолаево ауыл хакимиәте, урындағы халыҡ менән бергәләп, шәп байрам ойошторҙо (брендлы тигән сараларҙы үткәреү дауам итә). Ошо сарала, ошо шишмә янында бөтәһе менән бергә байрамға шаһит булып йөрөгәндә, инде йәштәр белмәгән, әммә ололар яратып йырлаған иҫке бер йыр һүҙҙәре иҫкә төштө:

Живи, родник, живи,
Родник моей любви,
Любви к земле одной,
К земле навек родной.

Был байрам хаҡында тулыраҡ гәзиттә бирелер.

Автор:
Читайте нас