Байрамдар
27 Июля , 04:22

“Хыял биргән ҡанаттар”

Ҡәләм менән аҡбур, береһе – ҡағыҙға тарих яҙа, икенсеһе таҡтала бала күңеленә белем тамырҙарын һала. Бөгөн беҙ ошо ике бөйөк эште берләштереүсе, матур ғүмер байрамын ҡаршы алған гүзәл ханым Римма Арыҫланова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Хыял биргән ҡанаттар”“Хыял биргән ҡанаттар”
“Хыял биргән ҡанаттар”

- Риммә Фәттәхетдин ҡыҙы, һеҙҙең гүзәллеккә һоҡланып ҡарауыбыҙҙы йәшереп тотоп булмай, шул тиклем сибәрһегеҙ, һеҙгә хатта бөгөнгө йәшегеҙҙе биреп тә булмай. Алтмыш йәш тигәс тә беҙҙең күҙ алдына ҡарт бабай, яулыҡлы әбейҙәр килә. Был йәшкә етеү ниндәйҙер сикте үтеү һымаҡ һанала, шәхсән һеҙҙең өсөн ниндәйҙер тәьҫорттар, хистәр уятамы?
- Иң тәүҙә был йәшемде ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡаршы алам. Бик күп баҫҡыстар үткәнмен һәм һәр береһе менән ҡәнәғәтмен. Уҡып, белем алып, кәләш булып, кейәүгә сығып, әсәй булып, балалар үҫтереп, хәҙер өләсәй булып ултырам.Яҡындарымдан алып әйткәндә лә, был бәхет һәр кемгә тәтемәй. Аллаға шөкөр, ошо йәшемә еттем, кешелектең бар тәмен татыным. Икенсенән, эшем менән ҡәнәғәтмен, үҙемдең яратҡан эшемде күңел биреп эшләнем, башҡорт телен тәмләп, баллап, тоҙлап, борослап, ғүмер буйлап шуны һөйләнем, эшләнем – шуның менән ҡәнәғәтмен. Өсөнсөһө, һаман да ошо йәмғиәткә кәрәкле, файҙалы булып йәшәй алыуым менән ҡәнәғәтмен. Шуға күрә, ҡартайҙым бит әле, 60-ҡа еттем бит әле, нимә эшләргә икән тигән фекер әлегә юҡ.
- Аңлауыбыҙса, һеҙ хаҡлы ялда, тик әлегә атты туғарырға йыйынмайһығыҙ?
- Юҡ, мин үҙем ат йылында тыуған кеше булараҡ, йөк аты кеүек үҙемә өйөлгән бар йөктө тейәп, алға китеп барам. Ҡулымдан эш килгәндә, һаулыҡ булғанда әлегә эшләргә уй бар. Тик шуны ла оноторға ярамай, һәр нимәнең үҙ ваҡыты бар, һәр нимәнең самаһын белер кәрәк, ваҡытында үҙ урыныңды матур ғына итеп ҡалдырыу ҙа мөһим.
- Ғүмер буйы башҡорт теле тип йәшәнем тиһегеҙ, бик күп шәхестәр менән аралашып торабыҙ һәм бөгөнгө көнгә ҡарап, ирекһеҙҙән һорау тыуа, башҡорт теленең, әҙәбиәтенең киләсәге бармы?
- Ысынлап та, ошондай уй миндә лә тыуа. Бөтә булмышым, эшем тел менән бәйле. Башҡорт теле методисты ла булып эшләнем, колледжда ла башҡорт телен уҡыттам, яҙыусылар ойошмаһында ла башҡорт телендә ижад итеүселәрҙе эҙләп хәл бөтә. Шунан сығып, был тема иң ауыртҡан ер, был йәшерен түгел. Телдең киләсәге хәүеф аҫтында икәне асыҡ сағыла.Телебеҙ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж, был турала уйлана башлаһаң йөрәк телгеләнә. Беҙ бының өҫтөндә бик күп эш алып барабыҙ, тик башҡорт теле туған тел булараҡ ғаиләлә, артабан балалар баҡсаһында, мәктәптә дауам итергә тейеш. Ҡоролтай менән берлектә балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырып та ҡараныҡ, мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә әйҙәнек. Телһөйәрлек төйғоһон һалып, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк. Элек мөхит тә икенсе ине, беҙ үҫкәндә көнө-төнө башҡорт телендәге радио һөйләп торор ине, өйҙә лә тик башҡортса һөйләшәләр ине, уҡытыу ҙа башҡорт телендә булды.
- Ысынлап та, беҙ бер епкә бәйләнгәнбеҙ ҙә, Т.Ғәниева әйтмешләй, артҡа ҡарап алға китеп барабыҙ. Һеҙҙең өҫтә тағы бер ҙур яуаплылыҡ, ҡалабыҙ һәм районыбыҙ территорияһында йәшәүсе яҙыусыларҙы етәкләйһегеҙ. Һеҙҙең даирәгеҙ киң, ойошма коллективы, ғөмүмән ижади кешеләр менән етәкселек итеүе ауырмы?

Әңгәмә тулы вариантта гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:
Читайте нас