Байрамдар
8 Августа , 05:11

Ғаиләбеҙ байрамы

...Был юлы беҙ байрамды саҡ ҡына үҙенсәлекле итергә булдыҡ. Бәләкәй генә, ләкин бик мәғәнәле булып сыҡҡан сараны планлаштырҙыҡ: ҡала паркында балаларға туңдырма таратыу, уны “БМД – балаларға бушлай туңдырма” тип атаныҡ.

Ғаиләбеҙ байрамыҒаиләбеҙ байрамы
Ғаиләбеҙ байрамы

Был акция беҙҙең өсөн байрамды билдәләү генә түгел, ә йәйге матур көндө бер аҙ шатлыҡ менән дә байытып ебәреү ысулы ине. Балаларҙың шат йөҙҙәрен, ихлас ҡыуаныстарын күҙәтеү үҙе бер байрам булды. Беҙ улар менән байрам кәйефе менән бүлешергә һәм беҙҙең арабыҙҙа ла батырҙарҙың булыуы, улар менән ғорурланыуыбыҙ тураһында әйтергә теләнек.
Шуны әйтергә кәрәк, күп балаларҙың туңдырманы алып, ВДВ көнө ниндәй байрам икәнен белмәүе мине бер аҙ борсоп ҡуйҙы. Әммә беҙҙән был байрам тураһында бер-ике генә һүҙ ишетеп, уларҙың: “Хәҙер беләбеҙ! 2 август – ВДВ көнө!” – тип ҡыуанып яуап биреүенән дә ҙур шатлыҡ бармы икән. Йөрәк түрҙәренән сығып әйтелгән ошо ябай һүҙҙәр күңелгә өмөт өрҙө. Улар хәҙер был датаны иҫтәрендә тотасаҡтар, сөнки был иң тәмле һәм иҫтә ҡалған көн – ВДВ көнө...

Сәлимә Сәғитова, Күмертау ҡалаһы

Тулы вариантта хат гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас