Байрамдар
12 Августа , 10:22

Ҡала байрамына бүләк

Күмертауҙа Ҡала көнө уңайынан Беренсе май урамында Юрий Шатуновҡа арналған мурал («күләмле стена һүрәте») төҙөү планлаштырыла.

Ҡала байрамына бүләкҠала байрамына бүләк
Ҡала байрамына бүләк

Был хаҡта ҡала башлығы Олег Астахов белдерҙе.  Ҡала көнө 15 авгусҡа билдәләнгән, бәлки, республика башлығы Радий Хәбиров та был байрамға килер тип көтөлә.

Ҡала байрамы алдынан артистың хәтеренә арнап күләмле рәсем эшләү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне, әле эштәр тамамланыу алдында.

Яңы арт-объект Ҡала көнө уңайынан урамды байрамса биҙәү элементы буласаҡ.

Юрий Шатунов, «Ласковый май» төркөмөнөң элекке солисы, Башҡортостанда тыуған һәм бер аҙ ваҡыт Күмертауҙа йәшәгән. 1982 йылдың октябренән 1983 йылдың 23 майына тиклем ул 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған. Уның исеме менән был уҡыу йортонда музыка кабинеты аталған.

Әйткәндәй, Күмертау көнө айҡанлы бындай бүләк, әлбиттә һәйбәт, әммә ҡала башлығына былай тип тә дәғүә белдергәндәр: ә ҡала байрамына арнап, Авиатор яғына табан барған юлды ремонтларға булмаймы – был бик шәп бүләк булыр ине?

Автор:
Читайте нас