

Арытты. Нимәнән арының тип һораһалар, тотоп ҡына әйтерлеге лә юҡ, әммә йонсоған һиҙелә. Байрам артынан байрам - хатта балды ла күп итеп ашаһаң да биҙҙерә, ә былары... Йырлау ҙа бейеү. Яҡшымбәттә үткән әлеге бренд сараһында ла күптәр әйткәйне: күңел асып йөрөр саҡмы, иптәштәр?
...Мотал аша тураға тарттыҡ. Шулай тиҙерәк, йәнәһе. Бындағы юлдың бәхете булманы булмағас, ҡышын да, йәйен дә. Торғаны батҡаҡ әле. Бик йыш бер генә машина һыйырлыҡ юл. Ә беҙ йырлайбыҙ... Свободаға ла индек, әйткәндәй, К. Арыҫланов музейының элекке директры Сәлмән Биктимеров, яраға тоҙ һибә: Рәсәйҙә 142 мең ауыл бөткән. Ҡайһы ваҡыт арауығында бөткән, мөһим түгел, Свобода был исемлектә нисәнсеһе булыр?
Уҡ атабыҙ тип, халыҡ байтаҡ ҡына килгән, хатта Әбйәлилдән барҙар. Ярты көн барҙы ярыш. Бик тә эшең булмаһа, уҡтан ата башла тип шаяртҡайныҡ, йәнәһе, шул да булды һөнәр, әле уйлайбыҙ: бөтөн ғаиләләре менән килгәндәр, бот буйы бер ҡыҙ хатта уҡҡа йәбешеп ята. Дөрөҫ уйлмағанбыҙ, ғаиләне был шөғөл берләштерә икән, насар түгел. Ана, Маргарита. Уразаева. Ҡайҙа барһа (гел ире Илнур менән), шунда почетлы урын ала. Беҙ уның менән Маяҡ училищеһында бергә уҡыған инек (мал табибына), ул саҡта ла сибәр ине, әле тағы ла нығыраҡ сибәрләнгән. Йәш саҡтарҙы иҫкә алдыҡ. Моңһоу булып китте. Ниңә улай, бөгөнгө атҡан уҡтай, тиҙ осаһың, ваҡыт?
Бер сабыйға өндәшһәм, әнеһе, русса әйт, башҡортса ла, татарса ла аңламай ул, ти. Был да күңелдең бер осон телде. Милли кейемдәр күргәҙмәһе булды.
Эй, башҡортлоҡ! – Сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай...
Түрәләр көттөрҙө. Тап шуның өсөн генә йыйылған кеүек булдыҡ. Һәммәһе урындарынан ҡупты. хатта уҡ атҡандар ҙа эшен ташланы - киләләр!
Репортаж тулы вариантта киләһе һанда баҫыла.
Алдараҡ: Һауа торошо көйһөҙ булһа ла