

Бөгөн Яңы Таймаҫ ауылында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» сараһы бара.
Бик һуңлап башланды был байрам, быға аптырайһы түгел, ҡыҙ-ҡырҡындың фиғеле шулай: ҡайҙалыр йыйына башлаһалар, бер ғүмер үтер.
Күрше ауылдарҙан, Федоровка районы Юлдаштан да килгәндәр, шулай итмәй, Таймаҫ ҡыҙҙарын күрер өсөн ете диңгеҙ кисеп булһа ла килерһең, ниңә икәнен алдан яҙҙыҡ –үтә ныҡ сибәрҙәр. Бигерәк шәп сара, тирмә ҡоролған, былау бешкән, кискә - дискотека!
Был гүзәр сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында бирелер.