

Рәсәй Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, республикала, был өлкә хеҙмәте белгестәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсына йомғаҡтар яһалды. Еңеүселәр иҫәбендә Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһының Абдул участкаһы етәксеһе Салауат Бикмаев та булыуы ҡыуандырҙы.
Ветеринария өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт иткән Салауат Юнир улы “Иң яҡшы ветеринария участкаһы мөдире” тигән номинацияла еңеүсе тип табылды. Был өлкәләге 30 йылға яҡын хеҙмәтенең 12 йылын Абдул ветеринария участкаһын етәкләй. Эш йылдары дауамында үҙен тәжрибәле, яуаплы һәм үҙ эшенә тоғро белгес итеп күрһәтә.
Салауат Юнир улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
- Эш дәүерендә туплаған тәжрибә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Тәү сиратта маҡсат ҡуйырға һәм түҙемлеккә эйә булырға кәрәк. Мал да - кешеләр кеүек, күҙеңә ҡарап тора, уларҙың һаулығы беҙҙең ҡулда. Йылдағыса, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы үтәп барабыҙ. Аллаға шөкөр, күрһәткестәр ыңғай, үҙ өлкәбеҙҙә беренселекте бирмәйбеҙ, эшебеҙ һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә.
Форсаттан файҙаланып, етәксебеҙ Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғоловаға, коллективыма, барлыҡ хеҙмәттәштәремә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Беҙ һәр ваҡыт та бергә һәм берҙәм эшләйбеҙ. Эшемдең уңышында ғаиләмдең дә роле ҙур, ярҙам итеп торалар. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, хәҙер эшләүе еңелерәк: йәйәү йөрөмәйбеҙ, транспорт бар, аҡса түләнә. Иң мөһиме: халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләргә һәм малдарҙы сирҙәрҙән һаҡларға.
Һәр кем үҙ эшен лайыҡлы башҡарырға тейеш. Минеке һымаҡ участкалар республика буйынса 448, шулар араһында еңеүсе булыу –ҙур ғорурлыҡ, әлбиттә. Был минең генә еңеү түгел, ә бөтә коллективтың уртаҡ хеҙмәт емеше, беҙҙең уртаҡ еңеүебеҙ. Алдағы эштәребеҙҙе лә сәмләнеп башҡарырға яҙһын. Тырышмаһаң, бындай ҡаҙаныштар яулап булмай. Ветеринарҙарға бер ваҡытта ла эш бөтмәй, шуға йәштәрҙе үҙебеҙгә саҡырабыҙ. Ошо форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, - ти Салауат Юнир улы.
Рәмилә Иҫәнғолова, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһы начальнигы:
- Ветеринар - гуманлы һөнәр ул. Бында хайуандарҙы яратыу ғына аҙ. Һөйләшә белмәй торған йән эйәләре менән эшләй, ә уларҙың хужалары менән уртаҡ тел табырға, һәр ҡайһыһына ярай ҙа белергә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, психолог эше лә ветеринарҙарға ят түгел. Ә Салауат Юнир улы тап шундайҙарҙан - үҙ эшенең оҫтаһы. Ул теләһә ниндәй шарттарҙа ла дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға ярҙамға килергә әҙер. Тынғыһыҙ һәм ауыр һөнәрҙе яратып, еренә еткереп, яуаплы башҡарған хеҙмәткәр. Был еңеүгә ул лайыҡ. Хеҙмәткәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.