

Ул әрме сафтарынан әйләнеп ҡайтҡас та ғаилә ҡороп, ҡалабыҙҙа урынлашҡан Южурал-Ойл компанияһына эшкә инеп, уңышлы эшләп алып китте.
Оҙаҡ йылдар ошо ойошмала эшләү осоронда ағайым бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, миҙалдар менән бүләкләнде, уның фотоһүрәте районыбыҙҙың Почет таҡтаһын да биҙәп тора. Ағайымдың хеҙмәтен лайыҡлы баһалағандарына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, бигерәк тә Зөфәр бабайым менән Рәхимә инәйем улдарының ҡаҙаныштарына һөйөнөп бөтә алмай. Тормош иптәше Гүзәл өсөн тоғро ғүмер юлдашы, улдары Айдан һәм Саян өсөн лайыҡлы өлгө, кес кенә ҡыҙы Айым өсөн ныҡлы терәк ул Азат ағайым.
Әле бына байрам уңайынан ағайым йәнә оло бүләккә лайыҡ булды. Башҡортостан республикаһының сәнәғәт, энергия һәм инновациялар министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шулай уҡ оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән ойошмаһы Южурал-Ойлдың Почетлы хеҙмәткәре тигән исемгә лә лайыҡ булды.
Ағайымдың уңыштары ошоноң менән генә тамамланмаҫына иманым камил, алда уны тағы ла юғары үрҙәр, ҡаҙаныштар көтһөн. Уны һөнәри байрамы менән ихлас ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
"Южурал-Ойл" юбилейына бәйле материал киләһе һанда гәзиттә донъя күрәсәк.