Байрамдар
12 Сентября , 07:45

Ҡунаҡбайҙың ҡунаҡ ҡабул иткән көнө

- Был ауылда илле йорт булһа, мәсет тә була!

Ҡунаҡбайҙың ҡунаҡ ҡабул иткән көнөҠунаҡбайҙың ҡунаҡ ҡабул иткән көнө
Ҡунаҡбайҙың ҡунаҡ ҡабул иткән көнө

Был турала Ҡунаҡбай ауылы егете Ғәйнетдин Мөхәмәтов белдерҙе, тыуған ауылында халыҡ кәмей, шуға, үҙенсә, стимул бирҙе, ауылда кеше артһа, мәсетте үҙем һалам.

Бөгөн бында оло байрам-  Китап туйы, Тәлғәт Шаһманов ауыл исеме менән аталған китабының презентацияһы. Халыҡ күп кенә килгән (ҡайтҡандар), район башлығы Лира Рафаил ҡыҙы ла килде, уның әсәһе ошо ауылдыҡы - Бикмөхәмәтовтарҙан - Ҡунаҡбайға каникулдарға ҡайтып йөрөмәһәм дә, был ауылға килгеләй инек,  тине башлыҡ.

Мәрйәм апай Юлдыбаева Өфөнән ҡайтҡан, мәрхүм ҡурайсыбыҙ Альберт ағай тураһында ла йылы итеп иҫкә алдыҡ. 

Ермолаево ауылы башлығы Марина Букреева ҡунаҡбайҙарҙы күккә күтәреп маҡтаны: бигерәк берҙәм, тырыш халыҡ, һыу насосы янһа, шылтыратып, насос килтерә ятам тиеүем була, барыһы авария булған ерҙә, йыйылышып, көтөп тә тора.

Был хаҡта тулыраҡ - киләһе һанда. 

Алдараҡ: Ҡунаҡбай ҡасан ҡунаҡ ҡабул итә?

Автор:
Читайте нас