Байрамдар
27 Сентября , 02:41

Иртәнән кискә тиклем балалар янында

Бөгөн - Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө.

Иртәнән кискә тиклем балалар янындаИртәнән кискә тиклем балалар янында
Иртәнән кискә тиклем балалар янында

Был байрамда лицей-интернатта эшләгән тәрбиәселәр тураһында һүҙ алып барыу урынлы булыр. Улар — балаларҙың икенсе әсәйҙәре, уҡыуҙан һуң да улар менән бергә булған, хәстәрлек менән солғаған кешеләр.
Лицей-интернат — айырым бер донъя. Тыуған йорттарынан ситтә белем алған балаларға икенсе әсәй һымаҡ йыуатыусы ла, кәңәшсе лә — ошо тәрбиәселәр. Дәрестәре тамамланғандан алып йоҡларға ятҡанға тиклем уҡыусылары янында улар.
Беҙҙең уҡыу йортонда тәрбиә эшенә иғтибар бик юғары. Интернатта ун тәрбиәсе эшләй. Улар балаларҙың холоҡ-фиғеле формалашыуына, милли аң тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар итә.
Лицей-интернат тәрбиәселәренең эше еңел түгел. Улар иртәнән кискә тиклем балалар янында. Уҡыуҙа ярҙам итеү, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, әңгәмәләр үткәреү, төрлө саралар ойоштороу — барыһы ла уларҙың иңендә. Ә шулай ҙа был мөләйем ҡатын-ҡыҙҙар үҙ эштәрен яратып башҡара, балаларға күңел йылыһын бирә.
Ошо байрам көндө лицей-интернат тәрбиәселәренә айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә тейешбеҙ. Улар — киләсәк быуынды тәрбиәләүселәр, балаларҙың йөрәктәрендә яҡтылыҡ уятыусылар. Һөнәри байрамдарығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле тәрбиәселәр!

Эльвира Зөбәйерова, Республика политехник лицей-интернатының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары

Автор:
Читайте нас