

Флүзә Вәлитова (Түләкова), Яҡшымбәт ҡыҙы:
- Бәләкәй саҡта мин Яҡшымбәт ауылындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһына йөрөнөм, әнәйем дә шунда тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй ине. Бәләкәй саҡта бөтә нимә лә ҡыҙыҡ, бөтә нимәне белге килә, шуға бик теләп йөрөнөм, башҡа балалар менән мәж килеп уйнай торғайныҡ. Иң иҫтә ҡалғаны ул ашнаҡсылар бешергән тәмле аштар, әле булһа иҫкә төшөп ала.
Ҡыҙым да быйыл Өфө ҡалаһындағы балалар баҡсаһын тамамланы, уныһы мәктәп ҡаршыһында ғына, мәктәптән сығалар ҙа тура тәрбиәселәренә йүгерәләр, һаман айырыла алмайҙар баҡсанан.
Тәрбиәсе эше бик ауыр тип уйлайым, шуға улар ҙур хөрмәткә лайыҡ, улар баланы уйнатып ҡына ҡалмай, йырлап-бейергә, ҡәләм тотоп яҙырға, уҡырға, башҡа балалар менән аралашырға өйрәтә. Шуға ла бит уларҙы икенсе әсәй тип әйтәләр. Мин үҙемдең тәрбиәселәрем Бикмаева Рәсимә Ишмырҙа ҡыҙы менән Сәлтәшева Фәилә Ғилман ҡыҙына бик рәхмәтлемен һәм уларҙы байрамдары менән ҡотлайым.
Нурзилә (Рыҫҡолова) Хәйбуллина, Яңы Таймаҫ ҡыҙы:
- Мин Таймаҫ ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡаһына йөрөнөм. Тәрбиәсем Гурьянова Светлана Васильевна булды. Ул әле ауылда йәшәй. Бар яҡлап та булдырған тәрбиәсем матур итеп йырлай, яугирҙәр өсөн селтәр үреүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаһында мөдир ҙә булды ул. Кесе тәрбиәсем Таисия Кузьмина ине. Хәҙер хаҡлы ялда. Ул да беҙҙе матур ҡараны, беҙҙе ашата, таҙалыҡ булдыра торғайны. Шулай уҡ йәш кенә Рыҫҡолова (Ишмуратова) Илсиәр Әкрәм ҡыҙы ла бар ине. Ул әле лә тәрбиәсе булып эшләп йөрөй, хәҙер инде беҙгә еңгә булды, садикта сығарылыш байрамында себештәр эшләп бүләк иткәне хәтеремдә.
Светлана, Таисия, Илсиәр апайҙарға рәхмәттәр әйтеп, һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Именлек, күңел тыныслығы теләйем.