Байрамдар
30 Сентября , 04:00

Ололарҙы йылына бер тапҡыр йыялар ҙа шуның менән эш бөттө

Рәжәп Юлбарисов, Яңы Мораптал ауылы:

Добавить в предпочтительные источники Google
Ололарҙы йылына бер тапҡыр йыялар ҙа шуның менән эш бөттөОлоларҙы йылына бер тапҡыр йыялар ҙа шуның менән эш бөттө
Ололарҙы йылына бер тапҡыр йыялар ҙа шуның менән эш бөттө

- Иң беренсе, минең фекеремсә, хәзерге заманда өлкәндәргә,шулай уҡ башҡа кешеләргә лә үҙ-ара аралашыу етмәй. Заман бәләһе халыҡта ныҡ таралып китте. Кеше “донъя малы” йыйыу менән мәшғүл. Элеккесә бергәләшеп йыйылып, күңел тулғансы һөйләшеп, бер-береңдең хәлен белеп, кемгә ниндәй ярҙам кәрәк икәнен асыҡлап, ярҙамлашыу, аралашыу бөттө.
Тағы ла ауылда малдың кәмеүе бигерәк тә насар күренеш. Элек, иртәнсәк, күмәкләп, көтөү ҡыуыу, кис көтөү ҡаршылау, шунда ауылдаштар менән осрашыу, һөйләшеү, һуңғы хәбәрҙәр менән бүлешеү-үҙенә күрә кешеләрҙе бер-береһе менән яҡынайта ине.
Ғүмер буйы, иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләгән элекке колхоз эшсәндәренә хөрмәт юҡ, был да күңелде ҡыра.
Тағы ла бер борсоған һорау - ауыл клубтарының, ағинәйҙәр ойошмаһының эшмәкәрлеге. Ололарҙы йылына бер тапҡыр йыйып, концерт күрһәтеп, ашатып-эсереп ҡайтарыуҙарына рәхмәт, әлбиттә. Әммә шуның менән эш бөттө. Ә ниңә оло йәштәге кешеләрҙе башҡа көндәрҙә лә саҡырып, ниндәйҙер кисә, әңгәмә, осрашыу ойоштормаҫҡа?
Ваҡыт алға тәгәрәй, заманалар үҙгәрә. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, кешеләр йәшәргә тырыша. Киләсәктә ниндәй генә тормош беҙҙе көтһә лә, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, бер-беребеҙ менән аралашып, ярҙам итешеп йәшәйек, милләттәштәр!

Ололар көнө уңайынан Рәмилә Әкбәрованың (Зәк-Ишмәт), Ҡорбанғәли Сөләймәновтың (Яҡуп), Рафиҡ Әминевтың (Шәбағыш), Зөбәйҙә Сөләймәнованың (Күмертау) фекерҙәрен гәзиттә уҡырһығыҙ.

Автор:
Читайте нас