

Үҙҙәренең ветерандарын саҡырып хөрмәт күрһәттеләр улар. Балалар тарафынан да, эшселәр тарафынан да матур концерт номерҙары ҡарап ҡыуанышып ултырҙыҡ. Беҙҙе ҡотлап матур, изге теләктәрен дә еткерҙеләр, күңелдәребеҙҙе ҡанатландырып иҫтә ҡалырлыҡ көн бүләк иттеләр. Матур байрам табыны артында күңелле итеп һөйләшеп, рәхәтләнеп аралашып ултырҙыҡ.
Беҙгә күрһәткән хөрмәттәре, ихтирамдары өсөн “Айгөл” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Кәйефтәребеҙ күтәрелеп, күңелдәребеҙ шатлыҡҡа тулып таралыштыҡ. Иҫән-һау эшләһендәр!
Киләсәктә илдәребеҙ тынысланып, һәр көнгә шатланып йәшәргә һәм ошондай ихлас осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәреп торорға яҙһын.
Гөлнара ТАШБУЛАТОВА, Күмертау ҡалаһы