

Был Республика кимәлендә үткәрелгән беренсе сара.
Тоҡомло эттәрҙең ҡуянға һунары тип әйтергә була, ҡыҫҡаса (яңылыҡ "Юшатыр"ҙа үткән һанда баҫылды). Илдең төрлө төбәктәренән әллә нисә кеше килгән. Әлбиттә, бер үҙҙәре түгел, эттәре менән. Бер эттең хаҡы миллион һумлап тора тигәс, ҡыҙыҡһыныу артты – затлы заттарҙы күрергә тип, апаруҡ кеше йыйылып китте. Һауа торошо – эт һыуығы. Әммә сара башланғас та, тәбрикләү һүҙҙәре, йыр-моң барғанда ла, эттәр машинан төшмәне, концерт ҡараманы, был йәһәттән кешенән аҡыллыраҡ булды улар, ә әҙәм балаһы өшөнө. Байрам Керәүле ауылы янындағы яланда бит, һалҡын ел үтәнән-үтә иҫә, өҫтәүенә, ямғыр һибәләй.
Бер аҙҙан байрамдың төп хужалары ла күренде. Күптән белгән таныштарын осратҡандай, ҡойороҡтарын болғап, һәр береһе менән күрешеп сыҡтылар, хәтәр эттәр, матурҙар, беҙҙәге үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйып, ҡотолорға белмәгән берәҙәк эттәр түгел инде, һәр бер кеше, уларҙы ҡосаҡлап, фотоға төшөргә ашыҡты. Бындай ҡәҙер-хөрмәт һәр кемгә эләкмәй.
Эт байрамы өс көн барасаҡ.
Был турала тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.