Байрамдар
2 Октября , 01:38

Яҡутта берҙәм халыҡ йәшәй

Халыҡ-ара ололар көнөндә ауылда "Сағыу үтһен ғүмер көҙҙәрең" исемле байрам сараһы булып үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡутта берҙәм халыҡ йәшәйЯҡутта берҙәм халыҡ йәшәй
Яҡутта берҙәм халыҡ йәшәй

Ҙур хөрмәткә лайыҡ ауылыбыҙҙың ололарын, изге теләктәргә ҡушып дәртле, моңло йырҙарыбыҙҙы ла бүләк иттек. Оло быуын вәкилдәрен шулай уҡ, Мораптал ауыл биләмәһе ветерандар Советы рәйесе Нәсимә Иршат ҡыҙы Шәмсетдинова байрам менән ҡотлап барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, ғаилә именлеге теләне. Сарала ҡатнашҡан һәүәҫкәр артистарыбыҙҙың һәр сығышын ауылдаштарыбыҙ алҡыштарға күмеп дәрт өҫтәнеләр. Оло тормош юлын үткән абруйлы инәйҙәребеҙ йәштәргә өгөт нәстхәттәрен, изге теләктәрен әйтеп рәхмәттәрен еткерҙе. Байрамға һәр кем күстәнәс менән килде, ауылыбыҙҙа ул күптәнге матур йола. Мул табын артында, хуш еҫле самауыр сәйҙәре эсеп, йырҙар йырлап, уйындар уйнап, бейешеп таралыштыҡ. Бына шулай дәртле, уңған, изге йөрәкле, берҙәм халыҡ йәшәй беҙҙең ауылда.

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы.

Автор:
Читайте нас