

Иртән дәртле ҡараш менән килеп инәләр ҙә мәктәпкә, шул күҙҙәрендәге ялҡын дәрестәрҙең аҙағына хәтле һүнмәй - был ғәжәп түгелме ни?! Ауырлыҡтар килеп сыҡһа, беҙ уларҙың яндарына барып, күңел түгеп киләбеҙ, улар сабыр итеп тыңлайҙар, кәңәш тә бирәләр.
Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә икенсе әсә булып торалар. Һәм дә беҙҙең яҡты киләсәгебеҙгә ышаналар - беҙҙең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уларҙың битендә сағылып тора.
Тәүге тапҡыр ҡулға ҡәләм тоторға, иҫ киткес белем донъяһына Шәмсетдинова Миңзәлә Зәйнулла ҡыҙы һәм Вилданова Әҡлимә Айрат ҡыҙы алып инәләр. Беҙҙе мәктәптә генә түгел, ауыл эсендә лә хәстәрләп йөрөткән директорыбыҙ Вәхитова Әлфиә Наил ҡыҙы. Туған башҡорт теленә, гүзәл Башҡортостаныбыҙға саф мөхәббәт орлоҡтарын һалыусы Шәмсетдинова Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы. Мәктәптең иң хөрмәтле, иң ғәҙел рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтшина Зөһрә Сабир ҡыҙы. Тормошҡа ауыр ҡарамаҫҡа, бөтә проблемаларҙы ла хәл итеү мөмкин булыуын өйрәткән математика уҡытыусыһы Аҙнабаева Әлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы. Алсаҡ йөҙлө, изге күңелле уҡытыусыбыҙ Хәфизова Әлфиә Зәйнулла ҡыҙы. Бик кәрәкле кәңәштәр бирә белгән биология һәм химия уҡытыусыһы Мөхәмәтшина Рәмилә Хисмәт ҡыҙы. Инглиз теле уҡытыусыһы Әбделмәнова Лариса Тәлғәт ҡыҙы менән һәр темаға һөйләшеп була, ул һәр нимәне белә. Кесеһе менән дә, олоһо менән дә тел таба белеүсе физик культура һәм ОБЗР уҡытыусыһы Кәримова Надежда Александровна. Һәм интернет селтәрен белгән, мәктәптең информатигы беҙҙең уңған, тырыш, яуаплы уҡытыусыбыҙ Сәләмова Гөлнара Рәүил ҡыҙы.
Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һүнмәҫ дәрт, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, иман байлыҡтары, уҡыусыларҙың иң тырыштарын теләйбеҙ. Көсөгөҙҙө түгеп беҙҙе уҡытҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙ беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ булғанға бик ҡыуанабыҙ.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбе уҡыусылары.