Уҡытыусылар көнөндә уның тураһында яҙып китеү урынлы булыр — сөнки ул тиҫтәләрсә йылдар дауамында йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ ғүмерен бағышлаған ысын остаз.
Кәрим Ғәйнетдин улы 1951 йылдың 14 сентябрендә Күмертау районының Кинйәбай ауылында донъяға килгән. 1959 йылдан 1963 йылға тиклем шул уҡ ауылдағы Кинйәбай башланғыс мәктәбендә белем ала. Артабан 1963 йылдан 1967 йылға тиклем Павловка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡып, уны уңышлы тамамлай. Ошо йылдар уның киләсәктә спортҡа килеүенә нигеҙ һала.
Мәктәпте тамамлағас, Кәрим Ғәйнетдин улы Салауат ҡалаһына юллана һәм шунда балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Тап ошо осорҙа уның тормошонда мөһим боролош була — ул грек-рим көрәше менән мауыға башлай һәм Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу кимәленә етә. Был тәжрибә уның киләсәктә тренер булып формалашыуына ныҡлы нигеҙ булып тора.
Үҙенең хәтирәләрендә Кәрим Ғәйнетдин улы былай тип һөйләй: «Минең өсөн был шөғөл төп профессияға, тормошомдоң бер өлөшөнә әйләнде. Күрәһең, шул ваҡытта уҡ башымда был уй урынлашҡандыр. Училищены тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Өфөгә эшкә килдем, төҙөлөштә эшләнем, ләкин күнекмәләрҙе ташламаным. Ни тиклем арыһам да, көн һайын шөғөлләнә инем, көрәш тормошома ныҡлы инеп китте. Ул саҡта мин СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борманда шөғөлләндем. Һуңынан мине армияға саҡырҙылар, Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, шунда ла көрәш менән шөғөлләнеүҙе дауам иттем. Шул ваҡытта хәрби частең етәкселеге чемпионатта ҡатнашыу өсөн команда ойошторорға тәҡдим итте. Хәҙер ҙә хәтерләйем, нисек тренер эшенә ылығып киткәнемде, шул ваҡытта үҙемдең тәғәйенләнешемде аныҡ аңланым».
Армиянан һуң Кәрим Ғәйнетдин улы Күмертау педагогия училищеһына физик тәрбиә уҡытыусыһы һөнәренә уҡырға инә. Уҡыуҙың беренсе йылында уҡ уға балаларҙы грек-рим көрәше буйынса шөғөлләндерергә тәҡдим итәләр, һәм ул быға ҙур ҡыуаныс менән ризалаша. Шулай итеп, ул Күмертауҙа грек-рим көрәше мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Николай Кашниковтың ярҙамсыһы, уҡыусыһы булып китә. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә көрәшселәрҙең көслө командаһын туплай ала.
1978 йылдан 1983 йылға тиклем Кәрим Ғәйнетдин ул Ырымбур педагогия институтының физик культура факультетында ситтән тороп уҡып сыға. Был белем уға тренерлыҡ эшен профессиональ кимәлдә алып барырға мөмкинлек бирә.
Училищены тамамлағас, уны столярҙар төркөмөнә производствола уҡытыу мастеры итеп саҡыралар. Киске ваҡытта шулай уҡ тренерлыҡ эшен дауам итә. 1982 йылда Күмертауҙа «Рассвет» спорт клубы асыла, унда ул 15 йыл тренер булып эшләй. Уның уҡыусылары үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандыра: Виталий Радцев БАССР-ҙың грек-рим көрәше буйынса беренсе еңеүсеһе була, һуңынан хеҙмәт резервтары араһында Рәсәй еңеүсеһе булып китә. Был уңыштарҙы Илдар Рәхимов, Сергей Шерков, Илгиз Ғөбәйҙуллин, Владимир Шорохов кеүек күренекле уҡыусылары дауам итә.
1997 йылда Күмертауҙа Республика политехник лицей-интернаты асыла, Кәрим Ғәйнетдин улы унда эшләй башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо лицейҙа грек-рим көрәше буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләүен дауам итә. Уның етәкселегендә йөҙҙәрсә малай көрәш серҙәренә төшөнә, ә күптәре ҙур спортҡа юл ала.
Кәрим ағай үҙенең эшенә бөтә йөрәге менән бирелгән кеше. Уның төркөмдәре һәр ваҡыт тулы. Ул үҙенең дәрестәрен балалар менән аралашыуҙан, маҡсат ҡуйыуҙан башлай. «Тәүҙә беҙҙә төҙөлөш һәм мин уларға, һүҙмә-һүҙ әйткәндә, мейе йыуа башлайым: нимә яҡшы, нимә насар, илһөйәрлек нимә икәнлеге тураһында күп һөйләшәбеҙ, уларға ыңғай эмоциялар бирергә тырышам. Үҙ уҡыусыларым менән ғорурланам, һәр йыл һайын ҡыҙыҡлы балалар килеп сыға, һәм уларҙы тағы ла нығыраҡ үҫтерергә, уларҙың һөҙөмтәләр күрһәтеүен, яҡшы кешеләр булып китеүен теләйем. Минең малайҙарым
төрлө ярыштарҙа лайыҡлы урындар ала. Күптәре минең юлымдан китте — тренер йәки көрәш һөйөүселәре булдылар», - тип дауам итә ул һүҙен.
Уның уҡыусылары араһында айырыуса Эмиль Ишемғолов, Азат Назаров, Серик Әхмәтов, шулай уҡ Фәдис һәм Фәнис Вәлитовтарҙы атап үтергә кәрәк. Кәрим Ғәйнетдин улы уларҙың тәүге остазы булып, йәш егеттәрҙең талантын күреп, уларҙы дөрөҫ юлға йүнәлтә. Артабан был егеттәр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулай: Эмиль Ишемғолов — грек-рим көрәше буйынса республика беренселегенең дүрт тапҡыр еңеүсеһе, Азат Назаров — милли көрәш буйынса республика беренселегенең абсолют еңеүсеһе, Серик Әхмәтов — Рәсәйҙең билбау көрәше буйынса беренселегенең бронза призеры, биш тапҡыр республика беренселегенең еңеүсеһе. Фәдис Вәлитов — Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең спорт мастеры, Европа һәм донъя беренселегенең бронза призеры, ә Фәнис Вәлитов — Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй беренселегенең көмөш призеры.