Байрамдар
6 Октября , 08:26

Ғаилә байрамдары дауам итә

Республикабыҙҙа иғлан ителеп, беҙҙең районда ла гөрләп барған “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы” сиктәрендә һәр ауыл биләмәһе күп балалы, татыу, эшһөйәр ғаиләләрҙе тәбрикләп байрам штандартын икенсе ауыл биләмәһенә тапшыра. Ә Яҡшымбәттәр был сараны Ололар көнөнә тура килтереп, ике байрамды бергә үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаилә байрамдары дауам итәҒаилә байрамдары дауам итә
Ғаилә байрамдары дауам итә

Байрамға килгән өлкән йәштәге барлыҡ халыҡты мәҙәниәт йортоноң фойеһына саҡырып:, “Татыу ғаилә - ил йәме, һәр ғаиләнең - үҙ ғәме” тигән матур шиғыр юлдары менән ҡаршы алдылар. Фойела өс ғаиләнең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған ине. Күргәҙмә өҫтәле янында йылмайып баҫып торған Исхаҡовтар ғаиләһе менән таныштырыуҙан башланы сараны алып барыусы.
Әхәт һәм Гөлгөнә Исхаҡовтар Түбәнге Баба ауылында донъя көтәләр. Уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп бергә йәшәүҙәренә быйыл 50 йыл тулған, өс балаға ғүмер биреп, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, гөрләтеп йәшәп яталар. Ейәнсәрҙәре олатаһы менән өләсәһенең алтын туйҙарына бик матур бейеү бүләк иттеләр һәм изге теләктәрен еткерҙеләр.
Артабан байрамды Абдул ауылынан килгән Зәйтүнә һәм Миңнеғәли Чуриндарҙы тәбрикләнеләр. Уларҙың иңгә-иң терәшеп, биш балаға ғүмер биреп донъя көтөүҙәренә 52 йыл тулған. Ғүмер буйы колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Был ғаилә йыр-моңға ғашиҡ. Ғаилә башлығы өҙҙөрөп баянда уйнаһа, Зәйтүнәһе моңло тауышы менән йыр һуҙҙы. Башҡарған йырҙарын улар был сараға йыйылған оло быуын кешеләренә бағышланы.
Ә инде өсөнсө ғаилә, Көйөргәҙе ауылында өс бала үҫтереп, гөрләтеп йәшәп ятыусы йәштәр Гөлназ һәм Буранбай Кинйәғоловтар. Улар икеһе лә “Искра” ауыл хужалығында эшләп йөрөйҙәр, эштәре менән ҡәнәғәт, ауылдан китергә иҫәбебеҙ юҡ, тиҙәр.
Артабан байрам тамаша залында дауам итте. Ауыл хакимиәте башлығы 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы республика башлығы Р.Ф. Хәбиров исеменән дә ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Был көндө ошо хужалыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан 80-90 йәшлек юбилярҙарҙы ла ҡотланылар, бүләктәр бирҙеләр.
Һәр ҡотлау концерт номерҙары менән аралашып барҙы. “Ҙур һәм татыу ғаилә” штандартын Яҡшымбәттәр Илкәнәй ауыл биләмәһенә тапшырҙы.
Был көндө ауыл халҡы бик матур ойошторолған сарала рәхәтләнеп ял итте. Артабан өлкәндәр өсөн байрам ашханала дауам итте.
Тамара МАЛБАЕВА, Көйөргәҙе районының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе

Автор:
Читайте нас