

Беҙ Әлфиә Әхәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.
— Уҡытыусы һөнәрен апайым Гөлнаранан өлгө алып һайланым. Ул Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып йөрөй ине, мин дә уның артынан шул мәртәбәле уҡыу йортона уҡырға индем. Яҙмышымды балалар менән бәйләүемә һис үкенмәйем. Хеҙмәт юлымды тыуған Мәләүез районында башланым...
Гөлкәй Шәмсетдинова, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе директоры:
- Әлфиә Байгилдинабыҙ белем усағыбыҙҙа оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусыларыбыҙҙың береһе. Ул үҙ эше оҫтаһы, талантлы уҡытыусы. Уҡыусылар менән дә, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табып, матур итеп эшләй. Уҡыусыларҙы, хәҙерге заманда мөһим булған, берҙәм дәүләт имтихандарына ныҡлы әҙерләгән тырыш уҡытыусы ул.
Әлфиә Әхәт ҡыҙын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ. Уның өсөн ҡыуанабыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Был турала тулыраҡ үткән һанда гәзиттә бирелде.