Тыуған тупрағымда яралған моң
Халҡым рухы, милләт ҡеүәте.
Урал ҡаяларын тетрәтерлек,
Таштар илатырлыҡ ҡөҙрәте.
Күкрәк киңлегенән йөрәк моңо
Ҡан тамырҙарында тулыша,
Ҡыу үләнгә ярты йәнен өрә
Ир –егеттең ҡайнар һулышы.
Иркен дала еле,тауҙар шауы,
Ҡояш нуры һеңгән ҡауланға.
Өмөт юғалтҡанға дауа булыр,
Юл күрһәтер юлһыҙ ҡалғанға.
Иңләй алмаҫ моң даръяһы урғый
Ҡурайсының бармаҡ осонан...
Тыуған ерҙең йыһан тетрәтерлек
Ябай мөғжизәһе ошолор!
Мәңгелеккә бөтә ҡитғаларға
Халҡым данын ҡурай балҡытты.
Ҡурай моңо бөтә булмышында
Ҡан – йәнендә ғорур башҡорттоң!