

Беҙҙең М. Исҡужин исемендәге Прогимназиябыҙҙа ғәжәйеп шәп балалар уҡый, сөнки уларҙың һәр береһен һәләтле, төплө аҡыллы, рухлы ата-әсә тәрбиәләй.
Атайҙар көнө алдынан беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙең атайҙары тураһында һөйләп үтергә булдыҡ, һәм бөгөнгө геройыбыҙ — Раил Рәйес улы Ғәббәсов.
Раил Рәйес улы — эш кешеһе. Уның һөнәре юғары иғтибарлылыҡ һәм яуаплылыҡ талап итә: ул тимер юлда вагондарҙы ҡараусы-ремонтлаусы булып эшләй, хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Эштән тыш ваҡытта ла ул ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән: үҙ ҡулдары менән ышаныслы һәм уңайлы йорттар төҙөй, уларға бар оҫталығын һәм күңелен һала.
Үҙе ул Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылынан. Йәш сағында Раил Рәйес улы спорт менән мауыҡҡан һәм тормошон педагогика менән бәйләп, физкультура уҡытыусыһы булырға хыялланған. Профессиональ юлы башҡасараҡ килеп сыҡһа ла, спорт шауҡымы, тәртип һәм сәмле рух унда мәңгелеккә ҡалған.
Раил Рәйес улы үҙенең төп тормош проекты һәм иң ҙур ғорурлығы тип ғаиләһен һанай. Тормош иптәше Нәфисә Ғәзинур ҡыҙы менән улар өс балаға ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп, матур ғаиләлә үҫтерәләр. Атай кеше балаларын һәр яҡлап хуплай, ә улар уға уҡыуҙағы уңыштары һәм спорт ҡаҙаныштары менән шатланып, яуап бирәләр.
Беҙҙең Күмертауҙа балаларына хеҙмәт һөйөүсәнлек, яуаплылыҡ һәм яҡындарына ҡарата ысын мөхәббәт өлгөһөн күрһәткән ошондай лайыҡлы атайҙар йәшәүенә сикһеҙ шатбыҙ.
Атайҙар көнө менән һеҙҙе, Раил Рәйес улы! Хеҙмәтегеҙ һәм рухлы балалар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!