Байрамдар
18 Октября , 06:05

Афарин, Илкәнәй ҡыҙҙары!

Илкәнәй ауылында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матур сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Афарин, Илкәнәй ҡыҙҙары!Афарин, Илкәнәй ҡыҙҙары!
Афарин, Илкәнәй ҡыҙҙары!

Байрам кәйефендә үткән осрашыуҙа һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт тә алды, күңел дә асты.
Сараның тәүге өлөшөндә ауыл фельдшеры Ғәлиә Вахитова сәләмәтлек темаһына лекция һөйләне. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм көндәлек тормошта файҙалы ғәҙәттәр булдырыу тураһында файҙалы кәңәштәр бирҙе. Тыңлаусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына ла яуап алды.
Артабан оҫтабикәләр бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты. Әлфиә Әхтәмова үҙ ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәрен күрһәтеп, бәйләү техникаһының нескәлектәре тураһында һөйләне.
Сара аҙағында бергәләп тәмләп сәй эстек, клуб мөдиребеҙ Гүзәл Мөхәмәтшина төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнатты һәм күмәкләп бейеп тә алдыҡ. Йылы аралашыу, көлкө-шаяртыу менән үткән был кис оҙаҡҡа иҫтә ҡаласаҡ. Бындай осрашыуҙар ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерә, күңелдәренә йылылыҡ өрә, яңы көс өҫтәй.
Афарин, Илкәнәйҙең гүзәл заттары.

Автор:
Читайте нас