Все новости
Беҙҙең әңгәмә
24 Июля 2023, 12:25

Ҡыҙҙы - ир, ирҙе - ҡатын бәхетенән айырма

Һуғышта сағында бер ваҡыт та зарланманы, минең барыһы ла яҡшы тиер ҙә ҡуйыр ине. 

Ҡыҙҙы - ир, ирҙе - ҡатын бәхетенән айырма
Ҡыҙҙы - ир, ирҙе - ҡатын бәхетенән айырма

- Бына ҡамыр баҫып тора, иптәштәремә пицца бешереп ашатам тигәйне, - Лилиә апай күрһәткән фотола Салауат аш-һыу менән булашып йөрөй, - гел бешеренергә яратты, ҡулы еңел ине, нимә әҙерләһә лә, бик тәмле килеп сыға ине. Һуғышта сағында бер яҙа: әсәкәй, атайым сөсө икмәкте шәп бешерә ине, рецебын ебәр әле, бында шул икмәкте бешерәм. Минибайым, ысынлап та, сөсө икмәк һала торғайны, беҙҙең Дүртөйлөлә ундай икмәк бешермәйҙәр. Үлер алдынан ҡайтҡанында, Салауат улым шулай тине: эсәк ашағым килә. Бешерҙек...

...Элегерәк өләсәйем шулай тип аҡыл өйрәтер ине: мунсанан сыҡҡан һайын, һыуҙың таҙалығынан, тәндең аҡлығынан айырма тип әйт тип.
Гел шулай теләнем. Әле шулай уйлап ултырам, бер ҡасан да бер теләкте теләмәгәнмен. Һеҙгә бөгөн шуны теләйем, гел әйтеп йөрөр булығыҙ: ҡыҙҙы - ир, ирҙе -ҡатын бәхетенән айырма...

Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: