Все новости
Беҙҙең әңгәмә
22 Декабря 2023, 15:23

Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш

Бына беҙ бөгөн әңгәмә ҡороп, төрлө һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ, ә һеҙҙең, башҡорт теле уҡытыусыларының бергә йыйылып, идеялар менән бүлешеп, аралашып ултыра торған берәй майҙан бармы?

Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш
Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш

Айһылыу Таймаҫова:
- Ҡыҙғанысҡа юҡ, дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ, методисыбыҙ Аҙнабаева Ләйсән Хәсән ҡыҙы киткәне бирле, әсәйһеҙ ҡалған бәпкәләргә тиң булдыҡ, һәр кем үҙ ҡарамағында. Ләйсән Хәсән ҡыҙы бында булған ваҡытта, беҙ бөтәбеҙ ҙә бергә инек, бөтә нимәне бергә хәл итә инек. Уның төрлө, шәп идеялары тыуып тора ине, беҙ уларҙы күтәреп ала инек.
Азат Ғәлиев:
- Башҡорт теленән ситләшеп, һәр кем үҙенсә, айырым йәшәп ятабыҙ шул. Әйҙәгеҙ шуны эшләйек, әйҙәгеҙ быны эшләйек, тип йөрөүсе юҡ.
Малик Ильясов:
- Район уҡытыусылары ҡайҙа, ниндәй сара булғанын да белмәй ҡалабыҙ, тип уфтанғанын ишеткән булды. Быға берҙән, лидер, алға әйҙәп, идеялар менән ҡайнап эшләп йөрөгән кеше юҡлығы сәбәп булһа, икенсенән ижтимағи ойошмаларҙың, тейешле эш алып бармауы ла ҙур йоғонто яһайҙыр?
Азат Ғәлиев:
- Ысынлап та, күпселек сараларҙы белмәй ҙә, ишетмәй ҙә ҡалабыҙ. Былтыр БРГИ-ға яңылыш килеп эләктек, быйыл РПЛИ-ла үткән сараны ла яңылыш белеп ҡалдыҡ. Күмертауҙар, ана, гөрләтеп Стәрлебашҡа барып конкурста ҡатнашып ҡайтҡан икән. Положениялар ҙа килеп етмәй, ҡай саҡ ҡатнашыу шарттары килә, ә теркәлеү ваҡыты күптән үтеп киткән була. Элек барыһы ла ваҡытында килә ине, ойошҡанлыҡ көслө булды.
Земфира Усманова:
- Күмертауҙа беҙ бик берҙәмбеҙ. Башлыса, Римма Арыҫланова менән Земфира Байбулатованың шәплеге арҡаһында. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ла ҙур эш алып бара, музей ҙа ситтә ҡалмай - йөктө бергә тартһаң, ныҡ еңел.
Малик Ильясов:
- Ысынлап та, ҡалала барыһы бер ҡаҙанда ҡайнап, ойошоп эшләүе һиҙелә, ә районда?
Айһылыу Таймаҫова:
- Районда ҡоролтай башлығы кем ул? Мин хатта уны белеп тә етмәйем, ҡала ҡоролтайында һәр ваҡыт нимәлер үткәрелеүен күҙәтеп киләбеҙ. Районда, беҙ ысынлап та ҡайҙа, нимә булғанын белмәй ҙә ултырабыҙ. Һәр кемебеҙ үҙ өйөнә бикләнде кеүек...
Малик Ильясов:
- Башҡорт теленә бәйле бик күп һорауҙар, мәсьәләләр күтәрелде, шунан сығып, был предметты уҡытыуы еңел түгел икәнлеге асыҡ сағылды, әгәр ҙә йәшлегегеҙгә кире ҡайтһағыҙ, бөгөнгө аҡыл менән, һеҙ ошо уҡ юлды кире һайлар инегеҙме? Башҡорт теле уҡытыусыһы булыр инегеҙме?

Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: