Все новости
Беҙҙең әңгәмә
24 Декабря 2023, 09:38

Ниңә улай?

Ирина Ринат ҡыҙы Чегодаева беҙҙең барыбыҙға ла таныш кеше. 

Ниңә улай?
Ниңә улай?

Тамырҙары Бахмуттан. Дөрөҫ, бер аҙға саҡ ҡына күҙҙән юғалып торҙо, Сибайға барып эшләп ҡайтты, декретҡа китте. Хәҙер ул кире беҙҙең арала.
- Ирина Ринат ҡыҙы, һеҙ булмаған арала районда, прокуратура күҙлегенән ҡарағанда, нимәлер үҙгәргәнме беҙҙә?
- Эсеп руль артында ултырып тотолғандар кире эскән килеш рулгә ултыра – ошо хәл ғәжәпкә ҡалдырҙы. Был енәйәт өсөн яза ҡаты, әммә кеше һаман булһа аңлап етмәй. Нимәһе шатландыра: язаны тағы ла ҡатыраҡ иттеләр, хәҙер иҫерек водителдең техникаһын конфискациялайҙар. Был язаның кешегә тәьҫире ҙур. Яңыраҡ берәү шулай мотоциклда эләккән. Ыһ та итмәй ултыра ине (йә, нимә эшләтә алаһығыҙ, штрафын түләрмен), мотоциклын тартып алабыҙ тигәс, ҡойолдо ла төштө.
- Әлбиттә, закон боҙған енәйәтселәргә аяу булмаҫҡа тейеш, шулай ҙа енәйәт менән енәйәт араһында ла айырма була, кемдер миллион һумдар урлай - уға бер ни ҙә юҡ, кемдер урманға барып, ике-өс ағас ауҙарған, шаҡарып хөкөм итәләр үҙен. Һеҙ суд залында булғанда (прокуратура – кешегә яза бирә торған орган, нисек кенә булһа ла), рәшәткә артында ултырған кемгәлер ҡарата йәлләү тойғоһо тыумаймы әллә залға булғанда төрлө эмоцияларға юл ҡуйырға ярамаймы?

Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: