Все новости
Беҙҙең әңгәмә
24 Июня , 16:21

Бер көндә егерме миллион һум

- Кадрҙар менән, ысынлап та, бәлә. 

Бер көндә егерме миллион һум
Бер көндә егерме миллион һум
Йәштәр хәҙер нимә уйлайҙыр, әллә Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә - бер һыйыр тип фекер йөрөтә, полицияға эшкә кил тиең, эш хаҡы насар түгел, хәҙер, етмәһә, элекке һымаҡ материаль яҡҡа ла мохтажлыҡ юҡ, юғиһә, мин участковый булып эшләгән мәлдәрҙә, машинаға бензинды үҙ аҡсабыҙға заправить итеп йөрөнөк, юҡ, полицияға килә һалып бармайҙар. МВД мәктәбенә уҡырға ла күбеһе ҡыҙҙар бара. Егерме йыл эшләнеңме, пенсияға сығаһың. Нервыный эш? Бәй, уныһы шулайҙыр, ә ҡайҙа бар ул тыныс эш?  
...Аҙаҡҡы йылдарҙа енәйәт кәмене, мал урлауҙар, кешенең йортонан нимәлер сәлдереүҙәр. Берҙән, урлар нәмә ҡалманы, (шул уҡ төҫлө металды алһаҡ, мәҫәлән йәки колхоз малын),  икенсенән, урлар кешеләр ҙә үлеп бөтөп бара. Хәҙер бит ауылдарҙа эскән кеше лә бөттө тиергә була, самогон-фәлән һатҡаны ла ныҡ кәмене. Бер яҡтан һәйбәт тип маҡтанырлығы булһа, икенсе яҡтан килтереп бәргәне бар - финанс мутлашыуҙар. Уға ҡаршы күпме көрәшәбеҙ, халыҡҡа тылҡыйбыҙ, фәтеүәһе бик юҡ. Алдауға ышанып, тегендә-бында аҡсаларын күсерәләр. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: үткән аҙнала бер көндә генә Башҡортостан халҡы егерме миллион һумдан артыҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты...
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлеге начальнигы Азат Манғотов менән әңгәмә киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: