Все новости
Беҙҙең әңгәмә
29 Августа , 11:06

Ихлас күңелдән һөйләшеү

Ул әле генә килгән һымаҡ ине, ә байтаҡ ваҡыт үтеп тә киткән.

Ихлас күңелдән һөйләшеү
Ихлас күңелдән һөйләшеү
Азамат Сәйфуллин тәүҙә финанстар буйынса урынбаҫар булып килде район хакимиәтенә, яҙмыш ҡушҡас, ваҡытлыса тигән тамға менән булһа ла, башлыҡ вазифаһына үрләне. Ошо араларҙа уның етәкселегендә нимә эшләнгән, нимәһе килеп сыҡмаған, ошолар хаҡында сәғәттән ашыу әңгәмә булды.
- Өс бүлектән торҙо эшем, тәүгеһе - балаларҙы ҡайнар аш менән ашатыу ине, быныһын йырып сыҡтыҡ. Ошонда уҡ мәктәптәге иҙән йыйыусыларҙы кире директорҙар ҡарамағына ҡайтарыу булды, быныһы ла эшләнде. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, йылына ун миллион һумлыҡ контракт был, ә бахыр иҙән йыуған ҡатын бик аҙ ғына эш хаҡына йөрөнө, ҡалған сумма башҡалар кеҫәһенә күсеп ятты. Мәктәп һаҡсылары менән дә был эште дауам итәбеҙ. Икенсе бүлеге - инфраструктура. Юлдар. Беләм, күптәр риза булмаҫ, әммә беҙҙең райондағы юлдар башҡа яҡтарҙыҡына ҡарағанда арыуыраҡ. Быны белеп һөйләйем. Әлбиттә, юлдар беҙҙә насар, яҡшы тип әйтмәйем. Әммә беҙҙән торған мәсьәлә бар, беҙ, күпме тырышһаҡ та, хәл итә алмай торғаны бар. Ермолаеволы Ленин урамына әле асфальт һалып киләбеҙ, нисәмә йылдар хәл ителмәгән проблема ине. Яҡшымбәт юлдары? Һем.... Башкиравтодорҙың хәлен үҙегеҙ беләһегеҙ, подрядты улар отто, торараҡ барыһы ла ыңғай хәл ителер тип көтәбеҙ. 
Район үҙәгендәге парктарҙы ҡарағыҙ. Хәлдәре шәптән түгел, яйлап, уларын да буяған ерен буяп, ямаған ерен ямап барабыҙ. 
Һыу мәсьәләһе лә ауыр. Әммә беҙ Мораҡ өлгөһөнә эйәреп, был проблеманы ла хәл итәбеҙ, тиҙҙән Ермолаевоның Төнъяҡ биҫтәһе һыулы буласаҡ. Ауылдарҙа ла шул уҡ бәлә - тегендә ямаһаң, бында тишелә. Бер көндә эшләнә торған эш түгел, барыбер хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәкбеҙ. Әйткәндәй, быйыл Яманғол ауылы һыу торбаларын алмаштырабыҙ. Район үҙәгенең Совет урамын ҡарағыҙ. Был урам аша бөтөн республика, Ырымбур өлкәһе үтеп китә. Киләһе йылда был урамды матурлау буйынса эште башлайбыҙ, урам буйындағы кәртәләрҙе алмаштырабыҙ, ғауғаһы булһа булыр, әммә башҡаса юлы юҡ.
Яңы Отраданы хәтерләйһегеҙме? Халыҡ ҡалай боларҙы - газдары юҡ. 
Әле ышаныс менән әйтәм: Яңы Отрадала газ буласаҡ! Минең темпҡа әле күбеһе эйәреп өлгөрмәй - эшләй торған эштәр бик күп. 
- Эйәреп өлгөрә алмаған йәки теләмәгәндәр менән нимә эшләйһегеҙ?
Был бөтөн темалар һәм әңгәмә гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: