Лира Тереғолова менән осрашҡас, тәүге һорау шул булды. Йәшерене юҡ, район менән етәкселек итеүе уйын эш түгел, бәләләре баштан ашҡан, был урынға ҡайһы берәүҙе арҡан менән тартып та килтереп булмаҫ (башы менән уйлағанды). Ас тамағым- тыныс ҡолағым.
- Ҡурҡтым, -Лира Рафаил ҡыҙы тураһын әйтте, - мин бит еңел-елпе уйлап йәшәгән кеше түгел, аҡылым теүәл, ҡайҙа саҡырғандарын, мине нимә көткәнен яҡшы аңлайым. Әллә күпме ваҡыт уйландым да хәл иттем – ҡайтам, башлыҡ булам.
- Һеҙҙе теге ваҡыт Күмертауға башлыҡ урынбаҫары итеп саҡырғандарында уҡ билдәле инеме Көйөргәҙегә башлыҡ булырығыҙ?
- Юҡ, алдамайым. Мине былтыр ноябрь айында О. Астахов үҙенә әйҙәне: мине командала эшләгең килмәйме? Риза булдым. Төп сәбәп – әсәйем бында, Айсыуаҡта тора, йәше оло – 88 йәш. Уның янында булыуым мөһим. Ҡала хакимиәтендә эшләгәнем юҡ ине, бик һәйбәт тәжрибә булды минең өсөн, мин Олег Анатольевичҡа сикһеҙ рәхмәтлемен ошоноң өсөн.
- Районды борсоған иң ҡырҡыу ниндәй проблема бар тип уйлайһығыҙ?
- Юлдар. Юл юҡ икән, район үҫешә алмай. Барыһы ла уға бәйләнгән. Мин Радий Фәрит улы менән һөйләшкәндә лә шулай тинем. Беҙгә юл кәрәк, тәү сиратта Кинйәабыҙ ауылына...
- ...Быларҙың барыһын атҡарып сығарыу өсөн һеҙгә көслө команда кәрәк. Ул бар тип уйлайһығыҙмы?
- Провокациялы һорау...
Әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.