Бергә ҡалайыҡ
20 Июля 2023, 08:52

Һағыныу

Бер йыйылып, осрашып, рәхәтләнеп һөйләшеп алыр өсөн сәбәп кәрәкме ни?

ҺағыныуҺағыныу
Һағыныу
Бөгөн Айсыуаҡ ауылының кафеһы шат ауаздар менән тулды. Кафе эсенә генә һыйып ҡалманы тауыштар, бар ауыл буйлап таралды. Бында загоконтора тип аталған ойошмала төрлө йылдарҙа эшләгән бер төркөм кешеләр йыйылды. 
Заготконтора тигән һүҙ элек бик тылсымлы яңғырай ине, был ерҙә теләһә кем эшләй алманы, ауылдың иң ихтирамлы, яуаплы кешеһе генә тәғәйенләнә торғайны, иҫләһәгеҙ. Бына осрашты бөгөн ветерандар. Һөйләшер уртаҡ һүҙҙәре күп, күҙҙәрҙә аҙ ғына һағыш та бар: әллә контораларын һағыналар, әллә йәшлектәрен. 
Автор:
Читайте нас