Бөтә яңылыҡтар
Бергә ҡалайыҡ
27 Июль 2023, 15:23

Тормош имтиханы

Шул тиклем таныш, йәнгә яҡын йөҙҙәр, нисек тә илап ҡына ебәрмәҫкә ине! 

Тормош имтиханы
Тормош имтиханы

Көйөргәҙе районы Яманһары һигеҙ йыллыҡ мәктәбен бынан 45 йыл элек тамамлаған уҡыусылар осрашыу үткәргән. Байтаҡ ғүмер үтелгән, һыуҙар киселгән - бер береһен бүлдерә-бүлдерә иҫтәлектәр менән уртаҡлашҡандар. Яманһары мәктәбендә элек интернат та бар ине, был интернатта ятып белем алған Яманғол ҡыҙҙары ла булған осрашыуҙа. Осрашыуҙы мәсеттән башлағандар - класташтарының күпмеһелер яҡты донъяны ташлап киткән - шулар рухына доға ҡылғандар. Сәйләп алғас, Ҡайынлыҡҡа табан юл тотҡандар - сәхрәлә, ауылдарына ситтән генә, һоҡланып ҡарап, мул табын артында ултырһындар әле.
Уҡытыусылары ла булған, әлбиттә. Ай-вайҙарына ҡуймай ("ярар, йәштәр, һеҙ үҙегеҙ генә ултырығыҙ"), уларҙы ла яланға әйҙәгәндәр. Апайҙарына рәхмәт һүҙҙәренән тыш, бүләктәр ҙә биргәндәр. Хатта ҡайындар араһында дәрес тә үткәреп ташлағандар.
- Йә, Альберт, һөйлә дәресеңде.
- Хәҙер, Фәнил, һин әйт.

- Илмира, хәҙер һиңә сират...
Яуап тотҡан ҡыҙҙар-егеттәр, яуаптары - үткән ғүмерҙәре, өлгәшкән уңыштары. Бишле ҡуйған инде апалары, ғорурлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан: ана, ниндәйҙәрҙе үҫтерҙеләр улар! Мәктәп дәресе - мөһим һабаҡ, тормош дәресе унан да мөһимерәк. Шөкөр, балалары имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы, тапшыра киләләр.

P.S. Был материал иртәгә гәзиттә баҫылырға тейеш ине. Алып ташланыҡ. Был йәмле осрашыу тураһында, ошо сарала үҙе ҡатнашҡан кешенән, хат алдыҡ... 

Автор:
Читайте нас