Арабыҙҙа иҫәндәрҙән 40 кеше ҡалған, шуларҙың 27-һе осрашыуға килә алды. Осрашыу бик күңелле үтте, элекке коллектив бер-береһен һағынышҡан, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, арабыҙҙа 10-шар йыл осрашмағандар ҙа булды. Осрашыуға оҙаҡ йылдар ошо хеҙмәтте намыҫлы башҡарған, экономист булып 34 йыл эшләгән Гөлнур Сөләймәнова, 24 йыл бухгалтер булған Зинаида Петрова, 30 йылдан артыҡ склад мөдире булған Нина Крышко һәм һанап китһәң бик күптәр килгәйне, әйтеп бөтөрөрлөк түгел.
Яҡты донъяларҙан киткәндәрҙе иҫкә алып үттек, 23 йылдан ашыу конторабыҙҙың директоры булған, ветераныбыҙ Фәнир Әминевты ла онотманыҡ.
Мәҡәлә бөгөн гәзиттә тулы килеш баҫылды.