Салауат Рәхмәтуллиндың баянда уйнауына ҡушылып, йәшлек йырҙарын йырланыҡ бергәләп. Көтөп алған көнөбөҙ һиҙелмәй ҙә үтеп тә китте, шулай шау-гөр килеп.
Был осорашыуҙы ойоштороусы, уҡыған ваҡытта тауышы ла сыҡмаған, иң баҫалҡы егеттәребеҙҙең береһе, Наил Түләгәнов булды. Үҙенең ваҡытын, донъяһын онотоп, матди сығымдар менән иҫәпләшмәйенсә барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Ултырған урынды биҙәү ҙә, плакаттар, шарҙар һ. б. уның эше ине. Наилдең улы Айнурға ҙур рәхмәт. Атаһына бик ҙур ярҙам күрһәтте әҙерлек барышында. Наил һаман да шулай баҫалҡы инде, үҙе тураһында һөйләгәндә лә үҙенең Афған һуғышын үтеүен, яраланғаны, ордены тураһында, әлбиттә, бер ауыҙ һүҙ әйтмәне...
Илмира РӘХМӘТУЛЛИНА, Яңы Мораптал ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.