Бүләк түгел, шатлыҡ өләшәһегеҙ бит һеҙ беҙгә.
Мәсеттән ҡайттым да Юшатырҙың битен асып ебәрһәм, конкурс иғлан иткәндәр, шул йәһәттә, башыма ҡапыл үҙенән-үҙе шиғыр юлдары килде лә ҡуйҙы. Яҙып ебәрҙем дә, бер ҙә еңермен, тип тә уйламаным.
Бер заман, өйҙә Юлдаш радиоһы тыңлап йөрөһәм, ошо конкурста еңеүемде белеп ҡалдым да, эй радиоға ҡушылып йырлап ебәрҙем, бейеп ебәрҙем, шатлығымдан. Уның бит бүләге мөһим түгел, ошондай ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашып, һеҙҙең иғтибарығыҙҙы тойоп йәшәүе ҡәҙерлерәк.
Мин инде хаҡлы ялда, 33 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем, тормош иптәшем колхозда эштә йөрөй, 4 бала үҫтерҙек, улар, Аллаһҡа шөкөр, бөгөнгө көндә барыһы ла башлы-күҙле.
Юшатыр гәзитенән айырылған юҡ, киләһе ярты йыллыҡҡа ла яҙылып ҡуйҙыҡ. Иң актуаль мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы конкурстар бары тик һеҙҙә генә. Элек, гәзит яңы айырым сыға башлаған осорҙа, улыбыҙ Юшатыр гәзитенән кәрәҙле телефон отто, шул телефонды алып килеп биреүҙәре, улыбыҙҙың ҡыуаныуҙары һаман хәтерҙә, ул телефон, оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып, хеҙмәт итте.
Тәнзилә Бикмаева, Яҡшымбәт ауылы.